Эстәлеккә күсергә

Яңы Туҡмаҡ

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Яңы Туҡмаҡ
Яңы Туҡмак
Рәсми атамаһы Яңы Туҡмак
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Карта

Яңы Туҡмаҡ (урыҫ. Новый Тукмак) — Рәсәйҙең Башҡорт АССР-ы Благовар районынындағы 1981 йылда бөтөрөлгән ауылы.

Совет власын урынлаштырғанға тиклем ауыл Новоселовский олоҫона инә. 1972 йылдың 1 июленән Языков ауыл Советы составында, унда башлыса урыҫтар йәшәй.

Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумының 1981 йылдың 20 мартындағы 6-2/92-се «Благовар районының ҡайһы бер тораҡ пункттарын берләштереү тураһындағы» Указына ярашлы Яңы Туҡмаҡ ауылы Мирный ауылы составына индерелә.

Хәҙер ауыл биләмәһе Мирный ауыл Советына ҡарай

Ауыл «Силәбе-Өфө-Һамар» (М-5 "Урал") автотрассаһы янында урынлашҡан. Тораҡ пункты янанан ғына Биҙергән йылғаһы аға.

Карта буйынса яҡынса координаттары: 54°43′ с. ш. 54°53′ в. д.HGЯO.

1972 йылдың 1 июленә ҡарата алынған мәғлүмәттәр буйынса алыҫлыҡ:
ауыл Советы үҙәгенә тиклем (Языков): 12 км
район үҙәгенә тиклем (Языков): 12 км
яҡындағы тимер юл станцияһына (Благовар тиклем): 13 км.

1969 йылдың 1 ғинуарына Яңы Туҡмаҡ ауылында 25 кеше йәшәй[1]. Йәшәүселәрҙең төп милләте — урыҫ.

Инфраструктураһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Яңы Туҡмаҡ башланғыс мәктәбе эшләй.

Ауыл халҡы БашЦИК исемендәге совхозда эшләй.

Башкирская АССР : Административно-территориальное деление на 1 января 1969 года : [справочник / ред. А. И. Захаров]. — Изд. 5-е. — Уфа : Башкирское книжное издательство, 1969. — 429, [2] с. : табл. преим. — Алф. указ.: с. 348-430. http://elib.uraic.ru/handle/123456789/12420

Башкирская АССР : Административно-территориальное деление на 1 июля 1972 года./Изд. 6-е. — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1973. — 388 с. С.95

Список населенных пунктов Башреспублики / сост. Башк. центр. стат. упр. — Уфа: Издание Башкниги, 1926. — 191 с.