Ғабдуллин Таһир Хажмөхәмәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ғабдуллин Таһир Хажмөхәмәт улы (рус. ) (1 май 1940 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республиканың социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғабдуллин Таһир Хажмөхәмәт улы 1940 йылдың 1 майында Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районы Байым ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1963 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлай. тамамлаған. [1]

Хеҙмәт юлын Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының Шайморатов исемендәге колхозда колхоссы булып башлай. Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлап ҡатҡас, ошо уҡ колхоздың баш ветерениар врачы булып эшләй.

1970 йылдан 1982 йылға тиклем Әбйәлил районы XXII партсъезд рәйесе булып эшләй. 1983— 1991 йылдарҙа КПСС-тың Әбйәлил районы башҡарма комитеты рәйесе. 1992 йылдан Әбйәлил районы ауыл хужалығы идараһы начальнигы. [2] Әбйәлил районы, 150-се Әлмөхәмәт һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республиканың социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре буйынса комиссия рәйесе.

Өйләнгән, ғаиләһендә ике ҡыҙ үҫтергәндәр.

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]