Ғалимдар йорто (Львов)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Ғалимдар йорто
Рәсем
Нигеҙләү датаһы 1898
Дәүләт Украина
Административ-территориаль берәмек Львов
Архитектор Фельнер, Фердинанд[d]
Архитектура стиле Барокко
Урамда урынлашҡан Q12091881?
Commons-logo.svg Ғалимдар йорто Викимилектә

Ғалимдар йорто (элекке дворяндар казиноһы, граф казиноһы, халыҡ казиноһы, Герхард казиноһы) — Львов (Украина) ҡалаһында архитектура ҡомартҡыһы. Ҡаланың үҙәк өлөшөнә Листопадовый урамында урынлашҡан

Бина 18971898 йылдарҙа Вена обсерваторияһы, Одесса һәм Черновицкий опера театрҙары һәм Львовтағы яңы «Жорж» ҡунаҡханаһы бинаһы авторҙары билдәле Вена архитекторҙары Герман Гельмер һәм Фердинанд Фельнер проекты буйынса төҙөлә. Архитекторҙар урта европа бароккоһының һарай архитектураһы өлгөләре менән рухлана. Фасадтарының ҡупшы төҙөлөшө, интерьерҙарының нәфис күркәмлеге вестибюлендәге баҫҡыслы галереяһының ҡыйыу конструкцияһы менән берләшә.

1918 йылдан 1939 йылға тиклем бинала казино эшләй. Унда Икенсе донъя һуғышы йылдарында йәштәрҙе Германияға каторга эштәренә йыйыу пункты урынлаша. 1948 йылдан Ғалимдар йорто булараҡ эшләй башлай. Әлеге ваҡытта бина Украинаның мәғариф һәм фән хеҙмәткәрҙәре профсоюзының Львов өлкә ойошмаһына ҡарай.

Бинаның интерьерҙары йыш кинотөшөрөүҙәрҙә, шул иҫәптән «Д'Артаньян һәм өс мушкетер» фильмы өсөн ҡулланыла

1998 йылдарҙа бинала Украинаның президенты вазифаһына кандидаттар һайлау буйынса Львов өлкә һайлау штабы урынлаша

Әлеге ваҡытта Йортта даими Львов балдары үтә.

Галерея[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Архітектура Львова: Час і стилі. XIII—XXI ст.. — Львів : Центр Європи, 2008. — 720 с. — ISBN 978-966-7022-77-8, с. 313—315, 339
  • Вуйцик В. С., Липка Р. М. Зустріч зі Львовом. Львів: Каменяр, 1987. С. 110—112.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]