Ғилманов Фәрит Фәррәх улы
Ғилманов Фәрит Фәррәх улы | |
Зат | ир-ат |
---|---|
Тыуған көнө | 8 февраль 1976 (48 йәш) |
Тыуған урыны | Ишембай районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР |
Сәйәси фирҡә ағзаһы | Берҙәм Рәсәй |
Ғилманов Фәрит Фәррәх улы (8 февраль 1976) — дәүләт хеҙмәткәре. 2011 йылдың апреленән Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы[1] (2011 йылдың 18 мартынан—Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығын ваҡытлыса башҡарыусы). 2011 йылдан Берҙәм Рәсәй партияһы ағзаһы.
Белеме
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын хәүефһеҙлеге институтын тамамлай. 2008 йылда Рәсәй Эске эштәр министрлығының Санкт-Петербург янғын һүндереү хеҙмәте университетының адъюнктураһын тамамлай. Педагогия фәндәре кандидаты.
«Педагогические условия развития профессиональной компетентности сотрудников Государственной противопожарной службы МЧС России» темаһына диссертация яҡлай. Яҡлау урыны: Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Санкт-Петербург университеты .
Хеҙмәт эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1998 йылдан БР Эске эштәр министрлығының ПЧ-53 ОГПС-2 начальнигы урынбаҫары вазифаһында. 2000 йылдан Ғилманов — БР Эске эштәр министрлығының ПЧ-36 ОГПС-2 начальнигы (2002 йылдан алып — БР Эске эштәр министрлығы). 2005 йылдан 2011 йылдың мартына тиклем Салауат ҡалаһында Рәсәй Эске эштәр министрлығының УГПН ГУ дәүләт янғын һүндереү инспекцияһы бүлеге начальнигы. Рәсәй Эске эштәр министрлығының подполковнигы.
Ғаиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ҡыҙ һәм ул тәрбиәләй.
Наградалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ф. Ф.Ғилманов Рәсәй ғәҙәттән тыш хәлдәр Министрлығы миҙалдары менән бүләкләнгән, «Иң яҡшы янғын һүндереү һаҡлау хеҙмәткәре» тамғаһына эйә[2].
Хакимиәте башлығы вазифаһында эшмәкәрлеге
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Урындағы үҙидара системаһын камиллаштырыу
- Ҡаланы төҙөкләндереү мәсьәләләре буйынса даими күсмә кәңәшмәләр үткәреү[3].
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғилманов Фәрит Фәррәх улы. «Педагогические условия развития профессиональной компетентности сотрудников Государственной противопожарной службы МЧС России», диссертация кандидата педагогических наук : 13.00.08 / Гильманов Фарит Фаррахович; — Санкт-Петербург, 2008.- 156 с.: ил. РГБ ОД, 61 09-13/325
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Администрация городского округа город Салават | Официальный сайт " Состоялось внеочередное заседание Совета городского округа Архивная копия от 12 октябрь 2013 на Wayback Machine
- ↑ Нагрудный знак МЧС России «Лучший работник пожарной охраны» — ЛУЧШИЙ РАБОТНИК ПОЖАРНОЙ ОХРАНЫ (МЧС) — Знаки пожарной охраны — Пожарные знаки
- ↑ Viezdn sovesh 15 05 — YouTube