Эстәлеккә күсергә

Ғиндуллин

Күп мәғәнәлелекте тәртипләү
Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғиндуллин — ир-ат фамилияһы. Ғиндулла исеменән барлыҡҡа килгән. Башҡорт һәм татар халыҡтарында киң ҡулланыла.

Ғиндуллина — ҡатын-ҡыҙ фамилияһы.

Билдәле йөрөтөүселәр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Ғиндуллин Илүс Ғиндулла улы (1937), хеҙмәт ветераны, алдынғы нефтсе. 1965—1997 йылдарҙа «Южарланнефть» нефть һәм газ сығарыу идаралығы операторы. Ленин (1986), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1981) һәм «Почёт Билдәһе» (1971) ордендары кавалеры. Сығышы менән хәҙерге Башҡортостан Республикаһының Дүртөйлө районы Йосоп ауылынан.
  • Ғиндуллин Фәрит Хөрмәтулла улы (13.08.1965) — шәхси эшҡыуар, ойоштороусы, директор. Башҡортостан Республикаһының 6-сы саҡырылыш (2018—2023) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайҙың «Берҙәм Рәсәй» бөтә Рәсәй сәйәси партияһы фракцияһы депутаты, Сәнәғәт, инновацион үҫеш, сауҙа, эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса комитеты составында. Йәмәғәт эшмәкәре.
  • Арсен Ғиндуллин — «Батыр» хоккей клубы — Башҡортостандың Нефтекама ҡалаһында 2011 йылда Рәсәйҙә ойошторолған шайбалы хоккей буйынса йәштәр командаһы һөжүмсеһе.