Эстәлеккә күсергә

Ғәзизов Искәндәр Хәниф улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәзизов Искәндәр Хәниф улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 8 август 1984({{padleft:1984|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:8|2|0}}) (40 йәш)
Тыуған урыны Йөйәк, Белорет районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө йырсы
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

Ғәзизов Искәндәр Хәниф улы (8 август 1984 йыл) — йырсы, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022).

Искәндәр Хәниф улы Ғәзизов Башҡорт АССР-ы Белорет районының Йөйәк ауылында 1983 йылдың 8 авгусында тыуған.

2005 йылда Өфө сәнғәт училищеһын, 2010 йылда — Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлай. Студент сағында уҡ йырсы булараҡ республикала таныла башлай.

Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында эшләй [1].

«Дуҫлыҡ моңо», «Урал моңо», «Ирәндек моңдары», «Гәлсәр һандуғас», «Башҡорт йыры» кеүек мәртәбәле бәйгеләр лауреаты [2]

2022 йылдың 25 мартында йырсыға «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы» тигән маҡтаулы исем бирелде [3]

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы (2022)[4]
  • «Йәштәргә патриотик тәрбиә биреүҙәге хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (2016)
  • «Ал да нур сәс халҡыңа» миҙалы

Р. Мусина. Тауыш — Хоҙай бүләге. — «Башҡортостан», 2020, 24 июль