Эстәлеккә күсергә

Ғәйшә әл-Хүррә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәйшә әл-Хүррә
Рәсем
Зат ҡатын-ҡыҙ
Гражданлыҡ Әл-Әндәлүс
Титул король[d]
Псевдоним al-Hurra һәм Aixa
Тыуған көнө XV быуат
Вафат булған көнө иртәрәк1493
Вафат булған урыны Фәс (ҡала), Марокко
Атаһы Мухаммад X аль-Ахнаф[d][1]
Хәләл ефете Мухаммад XI ибн Мухаммад[d] һәм Абуль-Хасан Али[d]
Балалары Боабдиль[d]
Һөнәр төрө правящая королева
Биләгән вазифаһы королева[d]
 Ғәйшә әл-Хүррә Викимилектә

Ғәйшә әл-Хүррә (рус. Аиша бинт Мухаммад аль-Хурра, ғәр. عائشة الحرة‎) — Гранада әмирлеге әмире Мөхәммәт XI ибн Мөхәммәттең һәм унан һуңғы әмир Әбдел-Хәсән Али ибн Садтың хәләл ефете, шулай уҡ Мөхәммәт XII Әбү Абдуллаһтың (Бүәбил) әсәһе. Әл-Хүррә ғәрәп телендә хөрмәтле тигәнде аңлата,ул Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең затынан, уның тере вариҫы булыуы менән танылған.Сәйәси йәһәттән әүҙем була һәм Гранада әмирлектәренең һуңғы йылдарҙағы дәүләт сәйәсәтенә йоғонто яһай. Ғәйшә әл-Хүррә — был дәүләт тарихында иң билдәле ҡатын-ҡыҙҙарының береһе.

Ғәйшә әл-Хүррә тыумышы менән Гранада менән идара иткән Насриҙар затынан була, атаһы Мөхәммәт IX әл-Ғәлиб. Уның үҙ милкендә бер нисә һарай һәм күселмәҫ милек була. Ғәйшә Гранада әмирлеге әмире Мөхәммәт XI ибн Мөхәммәттең беренсе ҡатыны була, ә уның вафатынан һуң 1455 йылда унан һуңғы әмир Әбдел-Хәсән Али ибн Садҡа кейәүгә бирәләр. Был ире нәсрани кәнизәге Исабель де Солисҡа ғашиҡ булып, уға өйләнгәс, ҡатынды улдары менән икенсе һарайға күсерәләр.

1482 йылда Ғәйшә әл-Хүррә оппозицияла торған Абенсераги фирҡәһе менән бергә эш итә башлай һәм улы файҙаһына ирен тәхеттән бәреп төшөртөүгә өлгәшә. Улы Мөхәммәт XII идара иткән йылдарҙа ул сәйәси әүҙемлек күрһәтә.

Ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, уның шулай уҡ Гранадала христиандарҙы ҡыҫырыҡлауҙы булдырмауҙа өлөшө бар. 1483 йылда Кастилия Короллегенә әсирлеккә эләккән улын азат итеү тураһында һөйләшеүҙәр алып бара һәм уның азат ителеүенә өлгәшә. Кастилия менән һуғышта Гранада еңелә. Ғәйшә әл-Хүррә әмирлектең еңелеүендә һатлыҡ йәндәр ғәйепле тип белдерә [2].

Гранадса еңелгәс, 1492 йылда Ғәйшә улы артынан Мароккоға һөргөнгә китә.

Риүәйәттәр бәйән итеүенсә, тәхеттән төшөрөлгән улы илдән киткәндә күҙҙәренә ҡарағас, әсәһе былай тигән[3]:

Ирҙәр кеүек яҡлай алмағас, бисәләр кеүек ила хәҙер
  1. Pas L. v. Genealogics (ингл.) — 2003.
  2. Дюверже, 2005, с. 32
  3. Rodney Collomb, «The rise and fall of the Arab Empire and the founding of Western pre-eminence», Published by Spellmount, 2006. pg 96
  • Дюверже К. Кортес / Пер. М. В. Глаголева. Серия «Жизнь замечательных людей». Вып. 1125 (925). — М.: Молодая гвардия, 2005. — 304 с.
  • Dolores Mirón, Universidad de Granada, Andalucía Comunidad Cultural, Biografías de Mujeres Andaluzas Aixa
  • Carpeta Didáctica : al-Andalus Al-Ándalus III: el Sultanato De Granada (1232—1492) y Una Breve Reseña Sobre la Alhambra
  • R.H. Shamsuddín Elía, Historia de Al-Andalus, Boletín N° 53 −08/2006 Al-Ándalus III: El Sultanato De Granada (1232—1492)
  • Nicolás Homar Vives, Reyes y Reinos Genealogias, Granada
  • Washington Irving, The Alhambra version sur Internet en anglais de Tales of the Alhambra, Ed. Padre Suarez, Granada, 1953. Traduction en français : Washington Irving, Contes de l’Alhambra, Ed. Phebus, Collection Domaine Romanesque, 1998, (ISBN 285940550X) ou Collection Libretto, 2004 (ISBN 2752900074)