Эстәлеккә күсергә

Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улы
Флаг
Флаг
Салауат ҡала хакимиәте башлығы
1999 — 2002
 
Тыуған: 3 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш)
Кесе Кәркәле ауылы, Миәкә районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР
Белеме: Өфө нефть институты
Профессияһы: инженер механик

Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улы (3 ғинуар 1949 йыл) — 1999 йылдан 2002 йылға тиклемге осорҙа Башҡортостандың Салауат ҡала хакимиәте башлығы, Салауат ҡалаһының почетлы гражданы.

Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улы 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡортостандың Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылында тыуған.1972 йылда инженер-механик һөнәре буйынса Өфө нефть институтын тамамлаған. 1981 йылда Свердловск юғары партия мәктәбен тамамлаған.

Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улы 1966 йылда БАССР-ҙың Миәкә районы Етегән ауылынан Салауат ҡалаһына эшкә килә. 1966 йылдан 1970 йылға тиклем Салауат нефтехимкомбинаты ремонт-механика заводының (РМЗ) ремонтлау цехында йүнәтеүсе слесарь булып эшләй, 1970—1972 йылдарҙа — Салауат нефтехимкомбинатының ремонт-механика заводы идаралығы инженер-конструкторы, 1972—1973 йылдарҙа — Вольский юғары хәрби училищеһы контроль-техник пункты начальнигы ярҙамсыһы, 1973—1974 йылдарҙа — Салауат нефтехимкомбинаты ремонт-механика заводының инженер-технологы.

...«мине тәғәйенләгәс, хәҙерге көндәге Дәүләт Йыйылышы депутаты ... мин бөтә эштәремде уның менән бергәләп хәл итергә тейеш булыуымды аңғартты. Мин, тәбиғи, асыуландым. Уның эше – күндәм генә налогтарын түләү, ә минең эшем – нәтижәле, ҡала (Салауат) өсөн файҙалы итеп был аҡсаларҙы ҡулланыу... , тип белдерҙем".

Ә. Ғәлиев

КПСС ағзаһы. 19741975 йылдарҙа Салауат ҡалаһы КПСС ҡала комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге инструкторы, 1975—1980 йылдарҙа — Салауат ҡалаһы КПСС ҡала комитетының сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, 1981—1990 йылдарҙа — Салауат ҡала халыҡ депутаттары советы башҡарма комитеты рәйесе урынбаҫары, 1990—1991 йылдарҙа — Салауат ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе, 1991—1998 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы түләүле хеҙмәттәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе, Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте ағзаһы, 19981999 йылдарҙа — Башҡортостан Республикаһы тышҡы бәйләнештәр һәм сауҙа министрының беренсе урынбаҫары, Башҡортостан Республикаһының II класлы тулы хоҡуҡлы Дәүләт советнигы.

Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улы 19992002 йылдарҙа Салауат ҡалаһы хакимиәте башлығы булып эшләй[1]. 2000 йылда «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенең директорҙар советы составына инә. «Салауатнефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директорҙар советының предприятиеның устав капиталында өлөшө бар — 0,004 %[2].

Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышының вәкилдәр палатаһы депутаты була. Ғәлиев Әсғәт Тәлғәт улына 2012 йылда «Салауат ҡалаһының почётлы гражданы» исеме бирелә.

Өйләнгән. Ғәлиев ҡатыны менән ике ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергән, өс ейәне үҫә.

Ғәлиев Ә. Т. Салауат ҡалаһында йәшәй. Ул — Салауат ҡалаһы ветерандарының ҡала советы рәйесе, аҡһаҡалдар советы рәйесе.

Хакимиәт башлығы вазифаһында эшмәкәрлеге

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлиев эшләгән осорҙа Салауат ҡалаһында торлаҡ төҙөлөшө эше дауам иттерелә.

  • «Выбор» гәзите, № 49-50 (9975-9976) 14 апрель 2015 йыл.
  • Зыкина Р. «Әсғәт Ғәлиев». Башҡортостандың алтын исемдәре серияһы, Өфө. Нәшриәт. Скиф, 2015.