Эстәлеккә күсергә

Ғәлиев Әсҡәт Тәлғәт улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ғәлиев Әсҡәт Тәлғәт улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 3 ғинуар 1949({{padleft:1949|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:3|2|0}}) (75 йәш)
Тыуған урыны Кесе Кәркәле
Уҡыу йорто ӨДНТУ

Ғәлиев Әсҡәт Тәлғәт улы (рус. Галиев Аскат Талгатович) (3 ғинуар 1949 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың ун икенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Ғәлиев Әсҡәт Тәлғәт улы 1949 йылдың 3 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Миәкә районы Кесе Кәркәле ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1972 йылда Өфө нефть институтын тамамлаған, 1982 йылда Свердловск Юғары партия мәктәбен тамамлаған. [1]

Хеҙмәт юлын 1966 йылда Салауат нефтехимия комбинатында слесарь булып башлай. 1972—1973 йылдарҙа Совет Армияһы сафында саҡырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас, нефтехимия комбинатында инженер-технолог, инженер-конструктор булып эшләй. 1974—1980 йылдарҙа КПСС-тың Салауат ҡала комитетында сәнәғәт-транспорт бүлеге мөдире, инструктор булып эшләй. 1981—1991 йылдарҙа Салауат халыҡ депутаттарының ҡала советы рәйесе. 1991 йылдан Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең түләүле хеҙмәттәр буйынса комитет рәйесе. 1990—1992 йылдарҙа [2] Салауат ҡалаһы, 113-сө Мусин һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана.

Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының республика ҡала һәм райондарының социаль һәм иҡтисади үҫеш мәсьәләләре комиссияһы ағзаһы.

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104