Ғәлимов Әнүәр Ғабдулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Викидатала элемент юҡ

Ғәлимов Әнүәр Ғабдулла улы (рус. Галимов Анвар Габдуллович) (8 март 1942 йыл ) — совет һәм партия эшмәкәре, Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының мандат комиссияһы ағзаһы. 1990 йылдың 11 октябрендә БАССР-ҙың уникенсе саҡырылыш Юғары Советының өсөнсө сессияһында республиканың дәүләт суверенитеты тураһында Декларация ҡабул иткән Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советы депутаты.

Биографияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғәлимов Әнүәр Ғабдулла улы 1942 йылдың 8 мартында Башҡорт АССР-ы Йәрмәкәй районы Князевка ауылында тыуған. Милләте буйынса татар, юғары белемле — 1969 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған. [1]

Хеҙмәт юлын 1957 йылда тркторсылар бригадаһының иҫәп-хисапсыһы булып башлаған. Артабан Октябрский ҡалаһында төҙөлөш училищеһенда уҡый, уҡып бөткәс Бәләбәй промкомбинатында һәм Өфөлә маляр булып эшләй. 1961—1964 йылдарҙа Совет Армияһы сафтарына сағырыла. Хеҙмәт итеп ҡайтҡас «Урожай» юл төҙөлөшө берекмәһе рәйесе була. ВЛКСМ район комитеты секретары, колхоз партия комитеты рейесе була. 1968—1972 йылдарҙа К.Маркс исемендәге колхоз рәйесе. 1972—1982 йылдарҙа КПСС район комитетының икенсе секретары. 1982—1986 йылдарҙа Йәрмәкәй халыҡ депутаттарының ҡала советы башҡарма комитеты рәйесе. 1896—1992 йылдарҙа КПСС-тың Йәрмәкәй район комитетының беренсе секретары. [2]

Йәрмәкәй районы, 203-сө Иҫке Сүлле һайлау округы Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана. Башҡортостан Республикаһы Юғары Советының мандат комиссияһы ағзаһы.

Өйләнгән, өс ул уҫтергәндәр.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Хеҙмәт Ҡыҙыл Байрағы» ордены, «Почёт Билдәһе» ордены, миҙалдар

Ҡарағыҙ[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.удк 930 5-8258-0204-5ISBN
  2. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 34

Сығанаҡтар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. - Уфа, Китап, 1994. - с. 104

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]