Ғәтиәтуллин Рәшит Фидаиль улы
Викидатала элемент юҡ |
Ғәтиәтуллин Рәшит Фидаиль улы (26 ғинуар 1982 йыл) — дизайнер, хужалыҡ һәм йәмәғәт эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһының VI саҡырылыш (2018—2021) Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты. «Берҙәм Рәсәй» Бөтә Рәсәй сәйәси партияһы ағзаһы.
Биографияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ғәтиәтуллин Рәшит Фидаиль улы Мәсетле районының Әжекәй ауылында 1982 йылдың 26 ғинуарында тыуған.
2008 йылда Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис академияһын дизайнер һөнәре буйынса тамамлаған. 2015 йылда Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын һаулыҡ һаҡлауҙы ойоштороу менеджменты программаһы буйынса, 2017 йылда 3. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын Башҡортостан Республикаһында муниципаль идара итеү системаһы программаһы буйынса ҡабаттан әҙерләү курстарын тамамлаған.
- 09.2005 — 09.2006 — Рәссам, «Господин Оформитель» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;
- 02.2007 — 04.2007 — етештереү бүлеге начальнигы, «Звезда» РА яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;
- 06.2007 — 09.2008 — Дизайнер — технолог, «Спортреклама» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте;
- 10.2008 — 04.2009 — Һанлы оператив полиграфия бүлеге начальнигы, «Нота» ябыҡ акционерҙар йәмғиәте;
- 04.2009 — 09.2011 — «Ҡарағай» шифаханаһы маркетинг бүлеге начальнигы;
- 09.2011 — 01.2020 — «Ҡарағай» шифаханаһы директорының дөйөм мәсьәләләр буйынса урынбаҫары;
- 02.2020 — 06.2020 — «Янғантау» шифаханаһының туристик һәм һауыҡтырыу комплекстары идарасыһы;
- 09.2020 башлап — Өфө художество-гуманитар колледжы уҡытыусыһы
Ғәиләһе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Өйләнгән, ҡыҙ һәм ике ул тәрбиәләй.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының Почет грамотаһы
- «Башҡортостан Республикаһы муниципаль берәмектәре Советы» Ассоциацияһының Почет грамотаһы
- Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы Рәйесенең Рәхмәт хаты
- Рәсәй Федерацияһы һаулыҡ һаҡлау министрының Рәхмәт хаты