Гөбәҙиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ғөбәҙиә битенән йүнәлтелде)
Гөбәҙиә

Основное блюдо

Милли аш-һыу

  • Башҡорт кухняһы
  • Татар кухняһы

Гѳбәҙиә — башҡорт һәм татар халыҡтарының милли аш-һыуы. Күп ҡатлы, йомро, ябыҡ бәлеш. Традицион варианты татлы, сәйгә бирелә, әммә ит менән бешерелгән рецептар ҙа бар[1]. Башҡортостанда башлыса тѳньяҡ һәм тѳньяҡ-кѳнбайыш райондарҙа киң таралған.

Ингредиентары[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • сѳсѳ йәки әсе ҡамыр
  • дѳгѳ
  • йѳҙѳм
  • йомортҡа
  • ҡорот
  • күрәгә йәки ҡара емеш (һирәк)
  • итле фарш (ҡайһы саҡта)

Емешле гөбәҙиә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Әҙерләнгән ҡамырҙы майлы табаға һалалар. Гөбәҙиәнең төбө ебеп йомшармаһын өсөн ҡамыр өҫтөнә башта бүрттерелгән дөгө, шунан ҡалын итеп әҙер ҡорот һәм тағы ла дөгө һалалар. Артабан дөгө өҫтөнә 6—8 мм ҡалынлығында ҡаты итеп бешерелгән һәм ваҡ ҡына итеп туралған йомортҡа, тағы бер ҡат дөгө, уның өҫтөнә парҙа йомшартылған йөҙөм, күрәгә, һөйәктәре (төштәре) алынған ҡара емеш йәки өрөк һалалар. Эсенә бик күп итеп май һибәләр ҙә өҫтөнә йоҡа ғына итеп йәйелгән ҡамыр ябып, табалағы ҡамыр менән менән сит-ситтәрен семетеп йәбештерәләр. Мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөн дә майлайҙар һәм валсыҡ һибәләр. Әгәр мейес артыҡ ҡыҙыу булһа, гөбәҙиәнең өҫтө ҡыҙарғас, һыуҙа еуешләтелгән ҡағыҙ ябалар. Гөбәҙиә 50 минут тирәһе бешә. Әҙер гөбәҙиәне табынға ҡайнар килеш, өлөштәргә бүлеп бирәләр.

Бер таба гөбәҙиәгә: 800 г ҡамыр, 350—400 г ҡорот, 1 —1,2 кг бүрттерелгән дөгө, 200—300 г йөзөм йәки башҡа емештәр, 10 йомортҡа, 350—400 г аҡ йәки һары май май, таба майлау өсөн 50 г май.

Итле гөбәҙиә[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡамырҙы табанан сығып торорлоҡ итеп йәйәләр ҙә майлы табаға һалалар, өҫтөн майлайҙар. Ҡорот һалғас ебеп китмәһен өсөн ҡамыр өҫтөнә йоҡа ғына итеп дөгө, шунан — ҡорот, аларҙың өҫтөнә — 2-3 мм тигеҙләп тағы ла дөгө, өҫтөнә 6-8 мм ҡалынлығында ит турағыс аша үткәрелгән һәм ҡыҙҙырып алынған ит һалалар. Итте майҙа ҡыҙҙырылған һуған менән ҡушып болғатырға ла мөмкин. Ит өҫтөнә тағын да йоҡа ғына итеп бүрттерелгән дөгө, уның өҫтөнә ваҡ ҡына туралған йомортҡа һәм тағы бер ҡат дөгө һалалар. Өҫкә йомшартылған йөҙөм (күрәгә, һөйәктәре (төштәре) алынған ҡара емеш йәки өрөк) һалына, эсенә күп кенә итеп эретелгән аҡ һыйыр майы йә иһә һары май һибәләр. Гөбәҙиәне мейескә ҡуйыр алдынан өҫтөн майлайҙар һәм валсыҡ һибәләр. Әгәр мейес артыҡ ҡыҙыу булһа, гөбәҙиәнең өҫтө ҡыҙарғас, һыуҙа еуешләтелгән ҡағыҙ ябалар. Уртаса ҡыҙыулыҡтағы мейестә итле гөбәҙиә 40-50 минут бешә. Әҙер гөбәҙиәне киҫәктәргә бүлеп, табынға ҡайнар килеш сығаралар.

Итле гөбәҙиәне ҡоротһыҙ ҙа бешерергә мөмкин.

Уртаса ҙурлыҡтағы 2,5 килолы гөбәҙиәгә: 750—800 г ҡамыр, 250—300 г ҙзер ҡорот, 1 —1,1 кг бүрттерелгән дөгө, 400—500 г ҡыҙҙырылған ит, 100 г ҡыҙҙырылғанһуған, 6—8 йомортҡа, 200 г йөҙөм йәки башҡа еләк-емеш, 300—350 г аҡ һыйыр йәки һары май, таба майлау өсөн 50 г май.

Йола буйынса әһәмиәте[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ғѳбәҙиә байрамдарға әҙерләнә, һәр саҡта ла туй табынында, балаға исем ҡуштырыу тантанаһында, ҡәҙерле ҡунаҡтар ҡаршылағанда була. Йола буйынса әһәмиәте яғынан урыҫтарҙың карауайына яҡын.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. Губадия 2016 йыл 5 март архивланған.

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]