Эстәлеккә күсергә

Ҙур Лимпопо сик-ара милли паркы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҙур Лимпопо сик-ара милли паркы
ингл. Great Limpopo Transfrontier Park
Төп мәғлүмәт
Майҙаны37 572 км² 
Нигеҙләнгән ваҡыты2002 йыл 
Урынлашыуы
22°26′ ю. ш. 31°22′ в. д.HGЯO
Африка
Точка
Ҙур Лимпопо сик-ара милли паркы
 Ҙур Лимпопо сик-ара милли паркы Викимилектә

Ҙур Лимпопо сик-ара милли паркы (ингл. Great Limpopo Transfrontier Park, порт. Parque Transfronteiriço do Grande Limpopo) — хәҙерге ваҡытта Африка дәүләттәренең — Зимбабве, Мозамбик һәм Көньяҡ Африка Республикаһы территорияһында формалашҡан тәбиғәт паркы. Парктың майҙаны — 37 572 км². Парктың икенсе үҫеш фазаһы уның 100 000 км² тиклем киңәйеүен күҙ уңында тота, был Бөйөк Лимпопоны донъялағы иң ҙур тәбиғәт паркы итәсәк[1].

Паркты булдырыу тураһында меморандумға 2000 йылдың 10 ноябрендә ҡул ҡуйыла. Буласаҡ паркка башта Газа-Крюгер-Гонарежу сик-ара паркы исеме бирелә, әммә 2001 йылдың октябрендә хәҙерге исемен ала.

2002 йылдың 9 декабрендә парк барлыҡҡа килгән дәүләт башлыҡтары уны төҙөү тураһында килешеүгә ҡул ҡуя[1].

Тәүге хайуандар милли парктарҙың элекке сиктәре аша 2001 йылдың 4 октябрендә сыға. Ошо ваҡыттан алып хайуандарҙың ҡаршылыҡһыҙ миграцияһын тәьмин итеү өсөн 50 км-ҙан ашыу ҡойма алына[1].

2013 йылдың октябренән Мозамбик һәм КАР араһында Ҙур Лимпопоға килгән туристар өсөн махсус сик буйы пункты эшләй[1].

Ҙур Лимпопо сик-ара милли паркының схемаһы

Ҙур Лимпопо сик-ара паркы КАР, Мозамбик һәм Зимбабвеның шәхси һәм дәүләт биләмәләрен, шулай уҡ элек булдырылған тәбиғи парктарын һәм ҡурсаулыҡтарын үҙ эсенә ала:

  • Крюгер милли паркы (КАР)
  • Лимпопо милли паркы (Мозамбик)
  • Баньине милли паркы (Мозамбик)
  • Зинаве милли паркы (Мозамбик)
  • Мапуто милли паркы (Мозамбик)
  • Гонарежу милли паркы (Зимбабве)
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 GREAT LIMPOPO TRANSFRONTIER PARK. Дата обращения: 20 июнь 2014. Архивировано из оригинала 25 август 2018 года.