Эстәлеккә күсергә

Ҡайраҡлы (Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
(Ҡайраҡлы (Ҡыуандыҡ районы) битенән йүнәлтелде)
Ҡайраҡлы
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ҡыуандыҡ районы[1]
Сәғәт бүлкәте UTC+05:00[d]
Халыҡ һаны 169 кеше (2010)[2]
Почта индексы 462224
Карта

Ҡайраҡлы (рус. Кайракла) — Рәсәй, Ырымбур өлкәһе Ҡыуандыҡ ҡала округындағы ауыл.

Ауыл округ үҙәге Ҡыуандыҡ ҡалаһынан туранан яҡынса 22 километр алыҫлыҡта төньяҡ-көнбайыштараҡ урынлашҡан.

Климаты уртаса-континенталь. Йыл миҙгелдәре аныҡ айырылып тора. Район буйынса уртаса температура +4,0оС -тән +4,8оС-ҡа тиклем үҙгәрә. Йылдың иң һалҡын айы — ғинуар, уртаса айлыҡ температураһы яҡынса −20,5оС — 35 оС. Атмосфера яуым-төшөмө бер йыл эсендә 300-ҙән алып 450—550 миллиметрға етә, шуның менән бергә күпселек өлөшө яҙғы-йәйге осорға (70 процент самаһы) тура килә. Ҡар япмаһы тотороҡло, уның дауамлылығы уртаса 150 көн тәшкил итә[3].

Ауыл атамаһы Ҡайраҡлы йылғаһы исеменән алынған. 1872 йылда уға Һамар губернаһы күскенселәре тарафынан нигеҙ һалына (башҡа мәғлүмәттәр буйынса — 1876 йылдың йәйендә). Революцияға тиклем ошо тирәлә йәшәгән башҡорттарҙан ерҙәрҙе ҡуртымға алғандар. 1901 йылда Ҡайраҡлы йылғаһы буйында ике утар — Ҡайраҡлы һәм Түбәнге Ҡайраҡлы теркәлгән. 1972 йылғы белешмәлә Үрге Ҡайраҡлы һәм Түбәнге Ҡайраҡлы бар. 1990 йылда йәшәүҙән туҡтаған Түбәнге Ҡайраҡлы Ҡайраҡлы ауылынан 2 км аҫтараҡ урынлашҡан булған. Унда йәшәгән һуңғы ғаилә — Григорий Иванович Матвеев ғаиләһе — шул йылда Ҡайраҡлыға күсеп ултырған[4].

Түбәнге Ҡайраҡлыны тәләкәләп Тухлянка тип тә атап йөрөгәндәр, сөнки Ҡайраҡлы ауылынан һыу унда бысранып барған[5].

2016 йылға тиклем Ҡыуандыҡ районының Ҡороюл ауыл Советы составына ингән.

Ауылға исем биргән Ҡайраҡлы йылғаһы — Һаҡмар йылғаһының уң ҡушылдығы. Гидроним ошо йылға буйында осрай торған юғары сифатлы ҡайраҡ яһау өсөн бик ҡулай таштары арҡаһында килеп сыҡҡан[6][7].

2002 йылдан даими йәшәгән халыҡ һаны 253 кеше булған (урыҫтар 74 %), 2010 йылда — 169[8].

  1. ОКТМО (урыҫ)
  2. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Оренбургской области (урыҫ)
  3. Схема территориального планирования муниципального образования Кувандыкский район. Материалы по обоснованию (2011).(недоступная ссылка)
  4. Стрельников С.М. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст: Издательство С. М. Стрельникова, 1994.
  5. С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст , 1994. — ISBN 5-900802-02-7
  6. С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст , 1994. — ISBN 5-900802-02-7]
  7. Кайракла 2020 йыл 23 ноябрь архивланған.
  8. Численность и размещение населения Оренбургской области. Статистический сборник // Оренбургстат. — 2012.
  • С. М. Стрельников Географические названия Оренбургской области — Кувандык, 2002.
  • С. М. Стрельников. Кувандыкский край в географических названиях. — Златоуст , 1994. — ISBN 5-900802-02-7