Эстәлеккә күсергә

Ҡала-тау мемориалы (Мишкә районы)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

ҠалА-тау мемориалы (Мишкә районы)Мишкә районы Оло Шаҙы ауылында урынлашҡан. Ул 1975 йылда Бөйөк Еңеүҙең 30 йыллығына арнап төҙөлгән мемориал.[1]

1941-1945 й. Бөйөк Ватан һуғышында баш һалған ауылдаштары хөрмәтенә төҙөлгән. Оло Шаҙы ауылынан Бөйөк Ватан һуғышына 408 ир-ат киткән. Ни бары 154 генә иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡан, ә 254 ир-ат фронт яланында ҡалған. Ҡала-тау мемориалына алып менгән һикәлтәләр һаны яу яланында ҡалған ауылдаштар һанына тиң. Һәр йыл 9 май, Еңеү көнө, ошо Ҡалатау майҙансығында үтә. Ауыл халҡы 1975-1980 йылдарҙа тауҙың итәгенә ҡарағай, шыршы ағастары ултыртҡан.[2] Башҡортостан Республикаһының халыҡ яҙыусыһы, билдәле драмматург, сығышы менән Оло Шаҙы ауылынан булған Флорид Бүләков үҙенең "Тайна моего аула" мәҡәләһендә түбәндәгеләрҙе яҙа: "...Кала-тау и сегодня высится над аулом. Святое место, которое было огорожено стеной (кала - город, крепость). Эта гора многие века была местом паломничества. Наши старики говорили, что, взойдя на вершину кургана, можно соприкоснуться с небом и увидеть свое счастье! С горы она действительно видна почти вся!..."[3]

Мемориал Еңеү ордены төшөрөлгән стелланан, еҙҙән эшләнгән һалдат һәйкәленән, Бөйөк Ватан һуғышынан әйләнеп ҡайтмаған һалдаттар исемлегенән торған бетондан эшләнгән хәтер таҡтаһынан һәм һуғыш ваҡытындағы ике пушканан тора. Мемориал майҙансыҡ аҡ гранит менән ҡапланған.[4]

Мемориалдың исеме ул урынлашҡан тауҙың исеменән алынған. Элек ошо тау башынан Бөрө ҡалаһының уттары күренгән. Шуға ла уны "Ҡала-тау" тип йөрөткәндәр.[5]

  1. http://союзпоиск.рф/pamjat_i_gordost/memoriali/detail.php?ID=7041
  2. "Йәнтөйәк" район-ара ижтимағи-сәйәси гәзите. №6 (114). "Ҡала-тау мемориалы" https://askinskajanov-b.rbsmi.ru/articles/common_material/ala-tau-memoriali-739601/(недоступная ссылка)
  3. https://buljakov.ucoz.ru/blog/tajna_moego_aula/2011-03-09-57
  4. http://shadu.mishkan.ru/?page_id=273
  5. "Дружба" район газетаһы. "Мемориал на горе Калатау" №102 от 11.09.2015