Ҡалып:FA-Mainpage/Август (Урағай) 2010

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Каталан теленең диалекттары картаһы

Катала́н теле йәиһә вале́нсия теле (каталанса: Català (эйтеләше: [kətəˈɫa] йәки [kataˈla]) йәиһә Valencià) — роман төркөмөнә ингән тел. Андорра Кенәҙлегенең рәсми теле, шулай уҡ Испаниялағы бер нисә автономиялы берлегендә (Каталонияла , Балеар утрауҙарында, Валенсияла) испан теле менән бер рәттән, Италиялағы Сардиния утрауында урынлашҡан Альгеро ҡалаһында итальян теле менән бер рәттән рәсми теле булып һанала. Шулай уҡ, рәсми теле булмаған ул Испаниялағы Арагон һәм Мурси́а автономиялы берләктәрендә һәм Франциялағы Руссильон (Roussillon, шулай уҡ Төньяҡ Каталония) тарихи өлкәһендә (йәғни хәҙерге Pyrénées-Orientales департаментында) киң ҡулланыла