Ҡалып:FA-Mainpage/Апрель (Алағарай) 2010
Уҡыу көйләүҙәре
Жа́нна д’Арк (1412 йыл –1431 йылдың 30 майы) – Францияның 15-се быуат батыры. 17 йәшендә ул иглиз ҡамауы аҫтында ҡалған Орлеан ҡалаһын Франция дофины Карл биргән ғәскәр ярҙамында ҡамауҙан ҡотҡара. Бер нисә тиҙ еңеүҙән һуң, уның етәкселеге аҫтында Франция ғәскәре Реймс ҡалаһын ҡайтанан яулап ала һәм Карл VII-не тәхеткә ултыртыу тантанаһы үтә, шулай итеп, тәхет хужаһы менән бәйле бәхәсле һорау хәл ителә. 19 йәшендә ул дингә ҡаршы килеүҙә ғәйепләнә һәм язалап үлтерелә. 24 йылдан һуң Рим папаһы Каликст III хөкөмдөң дөрөҫ булмауын иҫбатлай, Жанна ғәйепһеҙ язаланған тип иғлан ителә. 1920 йылдан уның исеме изгеләр рәтенә керетелә. Дауамы...