Ҡалып:FA-Mainpage/Июнь (Һөтай) 2010

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Джорда́но Бру́но (итал. Giordano Bruno; исеме: Филиппо, ҡушаматы — Бруно Ноланец; 1548 йылда, Неаполь янындағы Нола ҡалаһында тыуған — 1600 йылдың 17 февральендә Римдә вафат булған) — Италия философы һәм шағиры, пантеизм вәкиле.

Католик дини хеҙмәткәре булараҡ, Джордано Бруно неоплатони́зм йүнәлешен үҫтерә, Коперник тәғлимәтенә яңы аңлатма бирә. Бруно үҙе йәшәгән заманды күпкә үҙып киткән күҙаллауҙар биргән, был фараздар һуңынан астрономик асыштар менән нигеҙләнгән: йыһандың сикһеҙ булыуы, йыһандағы йондоҙҙар алыҫтаға ҡояш кеүек, Ҡояш системаһында әлегәсә асылмаған планеталар булыуы, йыһанда беҙҙең Ҡояш кеүек есемдәрҙең сикһеҙ булыуы, сит планеталарҙа Ерҙәге кеүек «йәшәү» мөмкин булыуы.

Дауамы...