Ҡарауыл (Свердловск өлкәһе)
Ҡарауыл | |
Нигеҙләү датаһы | 1599 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Яңы Ләлә ҡала округы[1] |
Халыҡ һаны | 19 кеше (2010)[2] |
Почта индексы | 624400 |
Ҡарауыл (рус. Караульское) — ауыл, Рәсәй Федерацияһы Свердловск өлкәһеның Яңы Ләлә ҡала округында урынлашҡан.
Географик урыны
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарауыл ауылы (икенсе исеме — Һаҡсылар ауылы) Свердловск өлкәһе ҡала округы» муниципаль берәмегендә, Каменка йылғаһы тамағында, Сосьваның ҡушылдығы Ләлә (урыҫ. Ляля) йылғаһының һул яҡ яры буйлап, Яңы Ләлә (урыҫ. Новая Ляля) ҡалаһынан көнбайышҡа табан 22 километрҙа (автотрасса буйынса 33 км) урынлашҡан. Ауыл аша Яңы Ләлә — Павда автотрассаһы үтә[3]. был төбәк ылыҫлы урман һәм киң һаҙлыҡтар менән уратып алынған; дымлылыҡ юғары булғанға күрә йыш ҡына ергә томан төшә, ә йәйгеһен һанһыҙ күп бөжәктәр — серәкәй һәм ләпәктәр барлыҡҡа килә. Ер өҫтө күбеһенсә ҡомло тупраҡтан тора, урыны менән балсыҡлы урындар ҙа бар[4].
Ауыл тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ауылға нигеҙ Бабинов юлын һалыу өсөн Рәсәй үҙәгенән күсерелгән халыҡ тарафынан 1599 йылда һалына. Ауылдың тәүге исеме Лялинск заставаһы (сик һағы) тип йөрөтөлә. Һуңынан был урында Бабинов юлы буйлап ташылған йөктәр таланыуға дусар ителмәһен өсөн таможня һәм ҡарауыл ҡуйыла. Шуға ла Ҡарауыл атамаһы нығынып ҡала. Себергә һәм унан кире килгән йөктәрҙе контролдә тотоу өсөн ауылда ҡарауыл-таможня посы һәм вогулдар һәм ханттарҙан яһаҡ итеп йәнлек тиреләрен йыйыу пункты урынлаша[3]. XХ быуат башында ауылда йәшәүселәр игенселек, йәнлек аулау менән шөғөлләнә, шулай уҡ алтын приискыларында эшләй[4].
Баҡыр иретеү буйынса Ләлә ҡаҙна заводы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1723 йылда Петр I Указы менән Каменка йылғаһы тамағында баҡыр иретеү буйынса Ләлә ҡаҙна заводын төҙөү өсөн плотина төҙөлә. Баҡыр мәғдәне ятҡылығын Верхотур ауылы крәҫтиәне Влас Коптяков завод урынлашҡан ерҙән 5 километрҙа ятҡан урында аса. 1727 йылда завод туҡтатыла. 1728—1729 йылдарҙа баҡыр мәғдәне Павдин һәм Конжак рудниктарынан сығарыла, заводҡа руда 80 саҡрымдан ашыу алыҫлыҡтан сана менән ташыла. 1743 йылда ятҡылыҡта мәғдән бик аҙ булғанға күрә туҡтатыла[3].
Богоявленский сиркәүе
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Тәүге ағас ғибәҙәтхана Ләлә йылғаһының уң яҡ ярында урынлаша. Ул Богоявление байрамы хөрмәтенә асыла, булмай, кем тарафынан һәм ҡасан төҙөлгәне билдәһеҙ, әммә ул 1764 йылда яна. Икенсе ғибәҙәтхана Тубыл Митрополиты Павел фатихаһы менән 1768 йылда төҙөлә, иҫкереүе сәбәпле ул 1878 йылда ябыла. 1878 йылда Ләлә йылғаһының һул яҡ ярында дин тотоусылар иҫәбенә ағастан тағы ла бер ғибәҙәтхана һалына, 1881 йылда ул асыла. 1930 йылда совет осоронда сиркәү ябыла[3].
Халҡы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Халыҡ иҫәбе |
---|
2010[5] |
19 |
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ ОКТМО (урыҫ)
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области (урыҫ)
- ↑ 3,0 3,1 3,2 3,3 Рундквист Н., Задорина О. Свердловская область. От А до Я: Иллюстрированная краеведческая энциклопедия. — Екатеринбург: Квист, 2009. — С. 456. — ISBN 978-5-85383-392-0.
- ↑ 4,0 4,1 Лялинское село // Приходы и церкви Екатеринбургской епархии. — Екатеринбург: Братство Св. Праведного Симеона Верхотурского Чудотворца, 1902. — С. 647.
- ↑ Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность и размещение населения Свердловской области . Дата обращения: 1 июнь 2014. Архивировано 1 июнь 2014 года.