Ҡарман һыуһаҡлағысы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡарман һыуһаҡлағысы Башҡортостандың Яңауыл районындағы Беүә йылғаһында (Кама йылғаһының һул ҡушылдығы) төҙөлгән. Плотинаның ҡапҡасы (створы) Беүә йылғаһы тамағынан 28 саҡрым юғарыраҡ урынлашҡан.

Урынлашыуы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Башҡортостандың Яңауыл районындағы Буй йылғаһында (Кама йылғаһының һул ҡушылдығы).

Техник мәғлүмәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һыуһаҡлағыстың төп функцияһы — Ҡарман ГРЭС-ының быуын конденсациялау һәм йылылыҡ алмашыу ҡорамалын һыуытыу. Һыу тигеҙлегенең майҙаны 38 квадрат километр тәшкил итә. Оҙонлоғо 15 километр, максималь киңлеге 3 бөтөн ундан 5 километр, уртаса киңлеге − 2 бөтөн ундан 4 километр. Уртаса тәрәнлеге 3 бөтөн ундан 8 метр, иң тәрән ере 12 метрга яҡын. Һыуһаҡлағысҡа килгән һыу ағымының күләме йыл эсенә уртаса 743 миллион кубик метр тәшкил итә. Ҡарман һыуһаҡлағысы 1963 йылда төҙөлә башлай. Ҡыҙыл — Яр, Үрдәк һәм Бәҙрәш ауылдары һыу аҫтында ҡала. Унда йәшәгән халыҡ яҡындағы ауылдарға күсерелә. Әлбиттә, был күренеш халыҡта күп ризаһыҙлыҡтар тыуҙыра. 1967 йылда плотина тулыһынса һыу менән тутырыла һәм сафҡа индерелә. Ағып төшкән йылы һыу йәшелләнә башлауы һәм төптә лайлалы шекәрә барлыҡҡа килеүе сәбәпле ГРЭС йыл һайын һыуһаҡлағыска бер-нисә тонна балыҡ сығара. Бының өсөн аҡ амур, хан балығы, карп кеүек үҫемлек ашаған балыҡтар ҡулланыла.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Коллектив авторов. Люблю свой край зеленый. — Янаульский МР: Редакция газеты «Янаульские зори» ООО «Янаульская городская типография».