Ҡарсыға (журнал)
Уҡыу көйләүҙәре
«Ҡарсыға» | |
«Ҡарсыға» — рәсемле сатирик журнал. Нәшер итеүсе-мөхәррире — Ш. М. Мөхәммәтов. 1906 йылдың сентябренән 1907 йылдың июненә тиклем Ырымбур ҡалаһында төрки телендә сыға. Барлығы 9 һаны донъя күрә. Журнал биттәрендә революцион-демократик идеялар пропагандалана, памфлет, фельетон, карикатуралар һ.б., шулай уҡ ҡыҫҡа мәҡәләләр рәүешендә уҡыусыларҙың хаттары баҫыла.
Сығанаҡтар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Энциклопедия Башкортостана (рус.)