Ҡарун хазинаһы
Ҡарун хазинаһы | |
Дәүләт | Төркиә |
---|---|
Коллекцияләре | Метрополитен-музей[d][1] |
Расследуется | Шарон Уэксман[d][2][3] |
Изображается на | Chasing the Lydian Hoard[d][4] |
Ҡарун хазинаһы Викимилектә |
«Ҡарун хазинаһы»[5] (йәки Hoard Lydian) — Лидияның 363 артефакттан торған коллекцияһына бирелгән атама. Был хазина беҙҙең эраға тиклем VII быуатҡа ҡарай һәм Ушак провинцияһында (Төркиәнең көнбайышы) "ҡара ҡаҙыусылар" тарафынан табыла. Хазина 1987 йылдан 1993 йылға тиклемге осорҙа Төркиә һәм Нью-йорктағы Метрополитен музейы араһында барған суд тикшереүенә дусар була. Һөҙөмтәлә, Америка музейы, 1993 йылда коллекцияны һатып алған мәлдә был артефактарҙың урланған булыуының билдәле булыуын танығас, коллекция Төркиәгә ҡайтарыла. Бөгөн бөтә әйберҙәр Ушак провинцияһының археология музейына ҡуйылған[6][7].
2006 йылдың майында хазинаның төп артефакты — Ушак музейына бөтә коллекция менән бергә ҡуйылған алтын гиппокамптың оҡшатып яһалған күсермә булыуы асыҡланғас, коллекция ҡабаттан сенсацион яңылыҡтар рәтендә яңғырай башлай; был артефактың күсермәһе, күрәһең, 2005 йылдың мартынан авгусҡа тиклем осорҙа алмаштырылғандыр.
Коллекция «Крёз Хазинаһы» (Лидияның батшаһы) тип тә атала. Артефакттарҙың барлыҡҡа килеү осоро Крёз идара иткән осорға яҡын булһа ла, уларҙың килеп сығышын Лидияның легендар батшаһы менән туранан-тура бәйле булыуы бөгөнгө көндә бәхәсле булып ҡала. Азияның ҡайһы бер мәҙәниәттәрендә Крёздың байлығы тураһындағы риүәйәт киң таралған; Көнсығышта уны Ҡарун (ғәрәп һәм төрөктәр араһында) тип атайҙар, уның байлығының мифик күләме тураһында легендалар йөрөй.
Хазинаны асыу һәм уны урлау
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Хазинаның төп өлөшө һәм иң ҡиммәтлеһе — Лидия принцессаһы ерләнгән бүлмә, уны «Топтепе» тип аталған урында, кәшәнә урынлашҡан ергә бик яҡын ятҡан Гюре ауылы (Ушак провинцияһы) янында законһыҙ рәүештә археологик ҡаҙылмалар менән шөғөлләнгән өс ҡаҙыусы таба. Бер нисә көн дауамында кәшәнәне ҡаҙып сығарырға тырышып ҡарай улар, әммә кәшәнәнең мәрмәр диуары аша үтә алмайҙар. Шуға ла был «ҡара ҡаҙыусылар» 1966 йылдың 6 июне төнөндә кәшәнәнең өҫкө ҡапҡасын шартлата. Лидия дворянкаһының 2600 йылдан ашыу кеше ҡулы теймәгән хазинаһын күргәс, хатта уларҙың иҫтәре китә.
1966—1967 йылдарҙа был ҡәберҙән урлап сығарылған хазиналарға Топтепелағы башҡа ҡурғандарҙан ошо уҡ «ҡаҙыусылар» ҡаҙып сығарған башҡа артефакттар өҫтәлә. Артабан был коллекция контрабанда юлы менән өлөшлөп-өлөшлөп Измир һәм Амстердам аша Төркиәнән сығарыла, һәм ике йөҙ дана артефакт 1967—1968 йылдарҙа Метрополитен музейы тарафынан 1,2 миллион АҠШ.долларына һатып алына.
Суд процесы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Журналист Озген Акар инициативаһы менән Төркиәнең бер-береһен алмаштырған бер нисә хөкүмәте коллекцияны йыйыу һәм Төркиәгә кире ҡайтарыу буйынса эш алып бара. Экспонаттарҙы Акар 1984 йылда осраҡлы рәүештә Метрополитен музейы каталогында күреп ҡала һәм Төркиәнең Мәҙәниәт министрлығына уларҙың законһыҙ рәүештә илдән сығарылыуы тураһында хәбәр итә. Бынан тыш ул ваҡытлы матбуғат биттәрендә бер нисә мәҡәлә баҫтырып сығара һәм бюрократик төрөк каналдары буйынса тикшереү эштәренең башланыуына өлгәшә.
Аҙаҡ Озген Акар Нью-Йоркта 1987 йылда башланып 1993 йылда тамамланған суд тикшереүҙәрендә Төркиә хөкүмәтенең «үҙ ирке менән килгән вөкиле» сифатында эшләй. Был мәлдә Акар Төркиәнең үҙендә был мәсьәлә буйынса кунсультант итеп тәғәйенләнә (тарихи, мәҙәни һәм дини мираҫты һаҡлауға ҡағылған мәсьәләр буйынса УНИДРУА эшендә ҡатнаша).
Ушак музейы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Артефакттар Төркиәгә ҡайтарылғандан алып бындай «хазиналар коллекцияһы» өсөн лайыҡлы музей булдырыу тураһында тәҡдимдәр яуа башлай. Шулай итеп, 375 әйберҙән торған музей фонды туплана. Әммә Ушак ҡалаһындағы был ҙур булмаған музей тәүҙә келәмдәр музейы өсөн асылған була. 2007 йылда музейҙа экспонаттарҙы урлау осрағы теркәлгәндән һуң Ҡарун хазинаһы өсөн уның яраҡлы булымауы тураһындағы фекер нығына бара. Был енәйәт буйынса 10 кеше һаҡ аҫтына алына. Музейҙың элекке директоры ла гиппокампды алмаштырыуҙа ҡатнашыусылар араһында.
Хазина ҡәһәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ушакта һәм унан ситтә хазина менән бәйле төрлө имеш-мимештәр йөрөй, шулай уҡ «Хазина ҡәһәре» тигән фараздар ҙа осрай.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ https://plone.unige.ch/art-adr/cases-affaires/lydian-hoard-2013-turkey-and-metropolitan-museum-of-art-1
- ↑ (unspecified title) — ISBN 9780805086539
- ↑ Waxman S. Chasing the Lydian Hoard (ингл.) // Smithsonian — Smithsonian Institution, 2008. — ISSN 0037-7333; 1930-5508
- ↑ http://www.smithsonianmag.com/history/chasing-the-lydian-hoard-93685665/
- ↑ Ольга ЛАЗАРЕВА. Директор музея помог преступникам его ограбить, Утро (30 май 2006). 10 апрель 2017 тикшерелгән.
- ↑ BBC News, 2006
- ↑ Kuşdemir, 2009
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Croesus riches replaced by fakes // BBC News. — 2006.
- Yavuz Kuşdemir ‘Denizatı’nda eski müdüre 12 yıl ceza: Kanatlı Denizatı Broşu’nun sahtesiyle değiştirilmesi davasında, eski müze müdürüne 12 yıl ceza verildi // Milliyet gazetesi. — 2009.