Ҡарғыш (фольклор)
Ҡарғыш — берәйһенә бәхетһеҙлек теләү маҡсатынан башҡарыла торған башҡорт йола фольклоры жанры. Төрлө халыҡтарҙың фольклорында киң таралған.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарғыш жанры һүҙҙең магик көсөнә ышаныуға бәйле рәүештә барлыҡҡа килгән. Ул ислам дине барлыҡҡа килгәнгә тиклем дәүергә барып тоташа.
Шиғри һәм прозаик формаларҙа таралған.
Ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡарғыш билдәле бер кешегә (адресатҡа) бәлә, үлем, ярлылыҡ, уңышһыҙлыҡ, ғаиләлә ыҙғыш һ.б. саҡырыу өсөн әйтелә («Ирҙән ҡалғыр, /Ирҙән ҡалғыр! /Ата ҡаҙҙан ҡалған /Инә ҡаҙҙай ҡаңғыр!», «Ер йотҡор!», «Йәшен атҡыр!», «Муйының сыҡҡыр!», «Ир рәхәте күрмә!», «Саҡ менән Суҡтай булығыҙ!», «Ҡулың һулығыр!» һ.б.).
Ҡарғыштың фәҡәт кешегә генә түгел, ә һуғыш, ил өҫтөнә төшкән бүтән берәй афәткә лә төбәп әйтелеүе мөмкин. Ҡайһы бер осраҡта ҡарғыш ошондай ритуал хәрәкәттәр менән оҙатыла бара: йоланы башҡарыусы (ғәҙәттә ҡатын-ҡыҙ) ҡырға сыға йәки тауға күтәрелә һәм, сәстәрен туҙҙырған, үҙ-үҙен ҡулдары менән ҡосаҡлаған һәм аяҡтарын ҡаушырған килеш, ҡысҡырып ҡарғыш һүҙҙәрен һамаҡлай.
Ҡарғышты өйҙә, ҡояш ҡалҡҡан ваҡытта әйтеү тыйыла.
Им-том ярҙамында сихырҙы эйәһенә кире ҡайтарған кеүек, ҡарғышты ла кире борор булғандар. Ҡарғыштың тәьҫир көсөн бөтөрөү өсөн «Ҡарғышың — ҡара башыңа!», «Ҡарғаған ауыҙыңа ҡарға оялаһын!», «Йылы ауыҙыңдан сығып, йылы ҡуйыныңа керһен», «Кешегә ҡаҙған баҙыңа үҙең төш!», «Ауыҙыңдан ел алһын», «Ауыҙыңдан ел алһын!», «Телеңә тилсә сыҡҡыр!», «Телең ҡороғор», «Тартай теленән табыр, һин дә телеңдән тап!» һ. б. кеүек һүҙҙәрҙе әйтер булғандар.
Һүҙ магияһына нигеҙләнгән кире им-томдарға ҡарғыштар инһә, уға ҡапма-ҡаршы жанр булып яҡшы теләктәр теләүгә ҡоролған алғыш жанры һанала («Солоғоң ҡотло булһын, күс артынан күс ҡунһын!» (ҡортсоға), «Салғың йылғыр булһын, этең алғыр булһын» (аусыға), «Малың үрсемле булһын!» (малсыға), «Минән ҡеүәт — һинән көс!» (эш башлаусыға), «Донъяң ҡотло булһын!» (нигеҙ ҡороусыға) һ.б.).
Әлеге мәлдә ҡарғыш әр һүҙҙәре рәтенә күсеү процессын кисерә («ер йотҡор», «ҡороғор», «муйының сыҡҡыр» һ. б.).
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Р.Ә. Солтангәрәева // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.