Ҡатаҫҡын (йылға)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡатаҫҡын
Ҡайҙа ҡоя Кесе Инйәр
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы
Урын Белорет районы
Карта

Ҡатаҫҡын (рус. Катаскин, Катаскын ) — Рәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Белорет районындағы йылға.

Географияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ҡатаҫҡын йылғаһы буйынан ҡаяларға һәм "Айғыр" приютына күрһәткес. Белорет районы

ҠатаҫҡынБелорет районындағы Инйәр ауыл биләмәһендәге йылға, Ҡараташ һырты буйлап, Ҡатаҫҡын ҡаялары янынан аға. Кесе Инйәр йылғаһының һул яҡ ярынан 13 км алыҫлыҡта ағып сыға һәм уға тамағынан 13 км үрҙәрәк барып ҡушыла [2][3].

Географик координаттары - 54.114347, 57.618904

Һыу реестры мәғлүмәттәре[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһыЭҫем йылғаһы, йылға башынан тамағына тиклем. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[4].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса [5]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010200612211100019697
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111101969
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Этимологияһы[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

"Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге" атаманың килеп сығышын ҡаты һәм Аҫҡын гидронимы менән бәйләй. Ҡаты - көслө ағымлы, һалҡын һыулы булыуын аңлата, тиелә һүҙлектә. Аҫҡын атамаһы иһә үҙ нәүбәтендә аҡ һәм һын тигәндән килеп сыҡҡан тип аңлатыла шул уҡ сығанаҡта [6].

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Башҡортостан: Ҡыҫҡаса энциклопедия. Урыҫсанан тулыландырылған һәм төҙәтелгән тәржемәһе / Баш мөхәррир Рәшит Шәкүр|Р. З.Шәкүров. Өфө: Башҡорт энциклопедияһы дәүләт ғилми нәшриәте, 1997. 696 бит, һүрәттәре менән.
  • Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге - Уфа, 1980, - 91-се, 26-сы биттәр

Һылтанмалар[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. РФ һыу реестры: Ҡатаҫҡын
  3. Хребет Караташ
  4. РФ һыу реестры: Ҡатаҫҡын
  5. РФ һыу реестры: Ҡатаҫҡын
  6. Словарь топонимов Башкирской АССР. Башҡорт АССР-ының топонимдары һүҙлеге - Уфа, 1980, - 91-се, 26-сы биттәр


{{{Исем}}}