Ҡатнашыусы:Лилиә

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Логотип Янғантау-2016 Вики-семинарында ҡатнашыусы
Логотип Вики-Йәйләү 2016 «Шүлгәнташ» экспедиция-семинарында ҡатнашыусы
Pagan symbol female chalice.svg This user is female

Был ҡулланыусы — ҡатын-ҡыҙ.

ba Башҡорт теле был ҡатнашыусының туған теле.

|

Asia mark.svg This user contributes to Wikipedia Asian Month

Был ҡатнашыусы Википедияла Азия айлығына ярҙам итте

Мин Лилиә Мусина, яҙыусы булараҡ Лилиә Мирза псевдонимы алдым. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ ауылында йәшәп ятам. Тыуған яғым Ейәнсура, Өфөлә үҫтем. 20-се мәктәпте бөтөрҙөм. Йәшем 50-не үтеп китте.

Туған телем — башҡорт теле. Һөнәрем: филолог, башҡорт, рус теле уҡытыусыһы. Мәктәптә уҡытҡан стажым — 29 йыл. Тәжрибәм нигеҙендә яңы 21 быуат яңы төр дәреслектәр талап иткәнен тойоп әкиәттәр ярҙамында һөйләргә, уҡырға өйрәткән әлифба яҙҙым, ул «Хәрефтәр донъяһында» исеме менән донъя күрҙе. 20 быуат термины менән әйткәндә был новатор дәреслек, хәҙерге терминологияла «яңы технология». 21 быуаттың беренсе сиреге үтеп бара, иҫкергән традицион педагогика менән уҡытыу күңелемде әрнетә. Шул уҡ принциптар буйынса яҙылған рус әкиәтле әлифбаһының ҡулъяҙмаһы ла ята үҙ сәғәтен көтөп китап кәштәмдә. 47 йәшемдә әкиәттәр яҙыу һәләте асылып, «Кәкүк менән ҡояш» исемле 9 әкиәтте һыйҙырған китап баҫтырҙым.

Төрөксә бер аҙ уҡый, һөйләшә, яҙыша алам.

Баҫтырылған китаптарым: «Хәрефтәр донъяһында», «Кәкүк менән ҡояш», «Ҡояш ғәскәре».

BoNM - Greece Hires.png
Греция Республикаһы ордены

Ҡоралдар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]