Ҡатнашыусы:Лилиә
This user contributes to Wikipedia Asian Month
Был ҡатнашыусы Википедияла Азия айлығына ярҙам итте |
Мин Лилиә Мусина, яҙыусы булараҡ Лилиә Мирза псевдонимы алдым. Башҡортостандың Ҡырмыҫҡалы районының Ҡабаҡ (рус. Кабаково) ауылында йәшәп ятам. Тыуған яғым Ейәнсура, Өфөлә үҫтем. 20-се мәктәпте бөтөрҙөм. Йәшем 60-ты үтеп китте.
Туған телем — башҡорт теле. Һөнәрем: филолог, башҡорт, рус теле уҡытыусыһы. Мәктәптә уҡытҡан стажым — 29 йыл. Тәжрибәм нигеҙендә яңы 21 быуат яңы төр дәреслектәр талап иткәнен тойоп әкиәттәр ярҙамында һөйләргә, уҡырға өйрәткән әлифба яҙҙым, ул «Хәрефтәр донъяһында» исеме менән донъя күрҙе. 20 быуат термины менән әйткәндә был новатор дәреслек, хәҙерге терминологияла «яңы технология». 21 быуаттың беренсе сиреге үтеп бара, иҫкергән традицион педагогика менән уҡытыу күңелемде әрнетә. Шул уҡ принциптар буйынса яҙылған рус әкиәтле әлифбаһының ҡулъяҙмаһы ла ята үҙ сәғәтен көтөп китап кәштәмдә. 47 йәшемдә әкиәттәр яҙыу һәләте асылып, «Кәкүк менән ҡояш» исемле 9 әкиәтте һыйҙырған китап баҫтырҙым. 2021 йылда «Китап» нәшриәтендә 23 әкиәтте һыйҙырған «Ҡояш ғәскәре» йыйынтығы баҫылды. 2022 йылдан алып Башҡортостан яҙыусылары союзы ағзаһы.
Төрөксә бер аҙ уҡый, һөйләшә, яҙыша алам.
Баҫтырылған китаптарым: «Хәрефтәр донъяһында» - әкиәттәр аша уҡырға өйрәткән әлифба; «Кәкүк менән ҡояш», «Ҡояш ғәскәре» - ике телдә; башҡортса һәм русса әкиәттәр йыйынтыҡтары, "Мөғәллимә" - башҡорт теле аша ғәрәпсә уҡырға өйрәткән әлифба.
Ҡоралдар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Wikimedians of Bashkortostan User Group
- Географик координаталар эҙләү өсөн Викимапия
- Конвертор Конвертер Excel-таблиц в вики-формат
- Викимедия фонды Грант системаһы Викимедия фонды гранттары. Минең ғариза
- Система хәбәрҙәрен тәржемәләү [1]
- Викимания 2013
- MediaWiki:Sitenotice Баш бит башына ҡуйылыусы урындағы иғлан
- Creative Commons лицензияһында тамғалау
- "Наши проекты" на русском языке.