Эстәлеккә күсергә

Ҡатнашыусы:Рөстәм Нурыев/Ғатауллин Нурыйәхмәт Ғатаулла улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ғатауллин Нурыйәхмәт Ғатаулла улы, (1896, Ләмәҙ-Тамаҡ -- 1979, Ләмәҙ-Тамаҡ).


Ҡартатайым тураһында хәтирәләр.

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Ауылда уны хөрмәт менән Нурый бабай тип йөрөтәләр ине. Минең малай сағым булғас күп нәмәләргә ихтибар итмәгәнмен. Уны яҡшы белгән оло быуын кешеләренән берәү: Нурый бабай арҡаһында Ләмәҙ-Тамаҡ ауылы һуғыш ваҡытында аслыҡтан ҡырылмай ҡалды -- тип әйткәс, аңланым уға ҡарата булған хөрмәттең ҙурлығын. Был аңлау үҙем ир уртаһы йәшенә еткәс килде. Беҙ малай саҡта бик күп нәмәләр һөйләй торғайны. Мәктәпкә барып уҡыусылар алдында ла, өйҙә -- үҙебеҙгә генә лә. Һөйләгән һайын: Яҙырға беләһегеҙ бит, яҙып алығыҙ. -- тип әйтә торғайны. Ҡайҙа инде бала саҡ аҡылы. Ҡайһы берҙәрен мәктәптә һөйләмәне. Ундайҙарын беҙгә һөйләгәнендә, бик кешегә таратмаҫҡа ҡушып, киҫәтеп ҡуя ине. Бөгөн килеп ул мәғлүмәттәр сер түгел. Шул уҡ ваҡытта минең хәтерҙә бик әҙ һаҡланған. Хәтерҙәгеләрен булһа ла теркәп ҡуйырға булдым.

Ҡартатайым Нурыйәхмәт Ләмәҙ-Тамаҡ ауылында хәлле генә ғәиләлә 1896 йылда тыуған. Атаһы Ғатаулла Хисмәтулла улының 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбе буйынса 10 аты бар. Был күрһәткес буйынса ауылда Ямалетдинов Шәриптән ҡала икенсе, уның 14 аты бар. Ғатаулла ҡарт өйләнгән малайҙарын айырым хужалыҡ итеп башҡа сығармаған. Йортона төкәтмә яһап, шунда ғына сығарған. Ҙур бер хужалыҡ булып бергә йәшәгәндәр. Йәй көнө иген үҫтереү, ҡыш көнө Сулеянән Красноуфимгә ылыу ҡыуыу, Яраҫтауҙа ятып урман ҡырҡыу менән шөғөлләнгәндәр. 1916 йылдың көҙөндә ҡартатайым һуғышҡа алына. Тәүҙә һуғыш уйындары уйнап (Сарапул ҡалаһында буғай) яталар. Яраҫтауҙың мәрйә ҡыҙҙары менән аралашып ( нисек икәне ҡараңғы, ә егеттәре менән сәкәләшкәндәр ) урыҫса һәйбәт кенә өйрәнгән Нурыйәхмәт фельдфебельдәргә бик үк шашып башҡорттан көлөргә ирек бирмәй. Тегеләре башҡорт егеттәренең бер яғына һалам, бер яғына бесән элеп «уңға» -- «һулға» боролорға өйрәтеп маташҡандар баштараҡ. 1917 йылдың Февраль революцияһын, һуғыш яланына китеп барған ерҙә, поезда ҡаршылайҙар. Эшелондағы ғәскәрҙе фронтҡа ебәрмәй, туры Петроградҡа Ҡышҡы Һарайҙа урынлашҡан Ваҡытлы Хөкүмәтте һаҡларға ебәргәндәр. Октябрь революцияһын һаҡта тороп ҡаршылаған. Керенскийҙең ҡатын-ҡыҙҙар кейемендә автомобилгә ултырып киткәнен ҡарап ҡалдым -- тип һөйлгәненә ышанмай: -- Керенский икәнен ҡайҙан белдең -- тип һораныҡ. Ярты йылдан ашыу йәнәшәнән үтеп йөрөгән кешене нисек танымайһың инде -- тип яуапланы ҡартатайым. Октябрь революцияһынан һуң ҡартатайым хеҙмәт иткән хәрби ғәскәрҙе тарҡаталар һәм ул Ләмәҙ-Тамаҡ ауылына ҡайтып төшә.


Яҙылып бөтмәгән