Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы (Пирятин)
Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы | |
Дәүләт | Украина |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Пирятин[d] |
Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы (Пирятин) Викимилектә |
Пирятинда ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы — белем биреү учреждениеһы Полтава өлкәһенең Пирятин ҡалаһында 1907 йылда асыла. Ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы бинаһы беҙҙең көндәргә тиклем һаҡланып ҡалған һәм Бородино урамында урынлашҡан, ҡоролманың хәҙерге адресы —Красноармейская, 2а[1][2][3]. Хәҙер унда 4-се һанлы дөйөм белем биреү мәктәбе урынлашҡан[4].
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1907 йылдың 1 сентябрендә Пирятинда ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы эш башлай, унда өс башланғыс һәм бер әҙерлек класы була[1][2][5].
Ваҡыт үтеү менән учреждение 8 класс уҡытыуға балалар ҡабул итә башлай. Һуңғы клас педагогия класы була. Башта гимназия эше өсөн биналар ҡуртымға алына, ә 1914 йылда Бородин урамындағы ике ҡатлы бинаны файҙаланалар, хәҙерге адресы Красноармейская урамы, 2а. Гимназияла яҡты иркен бүлмәләр, спорт залы, физика кабинеттары, китапхана була. Гимназиляа уҡыусылар өсөн фатирҙар ҡаралған. Учреждениеның эшенә хөкүмәт, губерна земствоһы аҡса бүлгән. Уҡыусылар 50 йәки 75 йәки 120 һум йыллыҡ түләү индергән. 1917 йылға ҡарата ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһында 434 ҡатын-ҡыҙ уҡыған. Былар дворяндарҙың, почетлы граждандарҙың, чиновниктарҙың, руханиҙарҙың казактарҙың ҡыҙҙары булған. Шулай уҡ мещандарҙың, сауҙагәрҙәрҙең һәм крәҫтиәндәрҙең ҡыҙҙары ла уҡыған. Гимназияла уҡытылған предметтар араһында педагогика, рәсем, әҙәбиәт, Алла ҡанундары, тарих, география, ҡул эштәре, йыр, математика, физика, гимнастика, рус, немец, француз телдәре уҡытылған. Күп уҡыусылар, сифатлы белем алып, уны тамамлағандан һуң Пирятин мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән[1][2].
Гимназия бинаһы XIX быуатта төҙөлгән[6].
Пирятин ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһы дәүләт белем биреү учреждениеһына ҡараған[7].
Пирятинда егетәргә белем биреү гимназияһы ҡатын-ҡыҙҙар гимназияһынан һуң тик алты йыл үткәс кенә асыла[8].
1989 йылдан Красноармейская урамы, 2а адресы буйынса 4-се һанлы Пирятин дөйөм белем биреү мәктәбе урынлашҡан[9].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ 1,0 1,1 1,2 Туризм .
- ↑ 2,0 2,1 2,2 Тур вихідного дня .
- ↑ Пирятинська ЦБС . 2018 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ Пирятин. Місто та район . 2018 йыл 5 декабрь архивланған.
- ↑ ПРОФІЛЬ ПИРЯТИНСЬКОЇ МІСЬКОЇ ОБ`ЄДНАНОЇ ТЕРИТОРІАЛЬНОЇ ГРОМАДИ . 2021 йыл 21 ғинуар архивланған.
- ↑ Стислий опис міста .
- ↑ КСЕНІЯ ЧУПРИНА. ПЕРШІ ЖІНОЧІ ПРИВАТНІ ЗАКЛАДИ ПОЛТАВСЬКОЇ ГУБЕРНІЇ (ХІХ - ПОЧАТКУ ХХ СТОЛІТТЯ) .
- ↑ Пирятинський музей .
- ↑ Історія школи . 2018 йыл 5 декабрь архивланған.