Эстәлеккә күсергә

Ҡатыҡ Арон

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Арон Ҡатыҡ (Рәсәйҙәге рәсми ҡағыҙҙарҙа Арон Ильич Катык, ҡарай текстарында Арон йәки Аһарон Сарибан-Ҡатыҡ тип тә билдәле) – ҡарай (ҡараим) халҡының әҙибе үә йәмәғәт эшмәкәре, теология өлкәһендә юғары белем алған тәүге ҡарай хазаны, Мәскәү ҡарайҙарының рухани етәксеһе. 1883 йылдың 7 май (һабанай) көнө Евпаторияла донъяға килә, 1942 йылдың 20 май (һабанай) көнө Ленинград ҡалаһында вафат була

Мидраш (йәһүд һәм ҡарай халыҡтарында дини мәктәп, мосолмандың мәҙрәсәһенә тап килә) мөғәллиме ғаиләһендә донъяға килә. Артабан Александр II исемендәге ҡарай дини мәктәбендә белем ала, 1902 йылдан1904 йылғаса Севастополдәге ҡарай мидрашында уҡыта.

1911 йылда Одессалағы Яңы Рәсәй университеты филология йүнәлешендә белем алғас, докторлыҡ дәрәжәһенә лайыҡ була һәм Кәфә (Феодосия) ҡалаһындағы ҡарай дини йәмәғәтенең хазаны булып тәғәйенләнә, шул уҡ ваҡытта мәктәптә лә ҡарай балаларын уҡыта 1916 йылда Евпаторияға күсеп, үҙе уҡыған мәктәптә уҡыта башлай, ҡаланың ҡарай кенассаһында икенсе ("кесе") хазан вазифаһын биләй һәм Таврия-Одесса Ҡарайҙарының Диниә Наҙараты эшенә тос өлөш индерә. 1917-1918 йылдарҙа Диниә Наҙаратының рәсми гәзитен мөхәррирләй.

1920. йылдарҙың башынан бирле Мәскәүҙә йәшәп ята, 1922-1928 ундағы ҡарай йәмғиәтендә оло хазан була, ҡарай мәктәбендә һәм ике нәшриәттә эшләй. 1932 йылда ғаиләһе менән Ленинград ҡалаһына күскәс, мәктәптә математика уҡытыусыһы һәм ике нәшриәттә төҙәтеүсе (корректор) булып эшләй, шул уҡ ваҡытта Хоҡуҡ Институтында латин теленән уҡыта.

1942 йылда блокадаға дусар ителгән Ленинград ҡалаһында астан үлгән.