Эстәлеккә күсергә

Ҡоромуйын (тау,Ырымбур өлкәһе)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡоромуйын
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Ырымбур өлкәһе
Карта

Ҡоромуйын (рус.  Курмаин) — Көньяҡ Уралдағы Ырымбур өлкәһе менән Башҡортостан сигендә һуҙылып киткән Ҡараморонтау һыртындағы тау. Русса уны «Нос-Гора» (Курмаин) тип тә атайҙар."Ҡоро" һәм «муйын» һүҙҙәренән алынған («Сухая шея»).

Тау Һаҡмар йылғаһының уң яҡ ярында Кондуровка ҡасабаһынан 2,5 км алыҫлыҡта урынлашҡан. 1936 йылда палеонтолог В. Е. Руженцев Ҡоромуйынтауҙың көньяҡ һыртындағы үҫемлектәр донъяһын ентекләп өйрәнеп, уның пермь системаһының һаҡмар ҡатламына ҡарауын дәлилләй.

Тау халыҡ-ара стратиграфик әһәмиәткә эйә. Ул тәбиғи геология һәм ландшафт ҡомартҡыһы, майҙаны — 168,6 га.

Көнсығыш һырт менән Ҡоромуйын тауы тығыҙланған эбизташ ҡатламдарынан (плиталарынан) тора. Эзбизташ менән ҡомташ аралаш барлыҡҡа килгән тау тоҡомоноң көньяҡ һәм көньяҡ-көнбайыш киҫелеше — һҺҡмар ҡатламының (ярус) стратотибы.

Был ҡатламдың киҫелештә күренгән дөйөм ҡеүәте 900 м. Һаҡмар ҡатламының ташҡа әйләнгән фаунаһы ентекләп тикшереләгән һәм ваҡ моллюскалар ҡабырсаҡтарынан, диңгеҙ хайуандарының (мшанка, диңгеҙ лилияһы) ҡалдыҡтарынан тора. Бында шулай уҡ фузулинидалар һәм радиолярийҙарҙың ваҡ ҡына ҡабырсаҡтары осрай.

Тәү тапҡыр уны 1874 йылда академик А. П. Карпинский өйрәнә башлаған, ул фәндә беренсе булып «һаҡмар» ҡатламы терминын ҡулланған . 1991 йылда тау киҫелешендә пермь системаһы буйынса халыҡ-ара геологтар конгрессы ваҡытында экскурсия үткәрелә. Тауҙың көньяҡ текә итәгендә карст күлдәре бар. Береһе-«Түңәрәккүл», ә икенсеһе тәрән булғанға «Шайтан сөңгөлө» (Чёртов омут) тип атала.