Ҡояш сәғәте «Уайтхёрст һәм улы»

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡояш сәғәте «Уайтхёрст һәм улы» Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһында

Ҡояш сәғәте «Уайтхёрст һәм улы» (Whitehurst & Son) — 1812 йылда Джон Уайтхёрст энеһе менән эшләгән ҡояш сәғәте. Хәҙерге ваҡытта Дерби музейы һәм сәнғәт галереяһында һаҡлана. Сәғәт ваҡыт теүәллеген минутҡа тиклем күрһәтергә һәләтле.

Етештереүсе[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уайтхёрсттар ғаиләһе Дерби ҡалаһында механиктар булараҡ билдәле. Джон Уайтхёрст (1713—1788) Конглтонда тыуған, ә сәғәт эшләү буйынса бизнесын Дерби ҡалаһында башлай. Уны үлсәүҙәр буйынса инспектор итеп тәғәйенләгәс ул Лондонға күсә, ә уның эшен энеһе «Уайтхёрст һәм улы» маркаһы менән дауам итә. Предприятие башня сәғәттәре менән танылыу яулай.

Төҙөлөшө[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғәт төҙөлөшө геометрия һәм Ҡояш системаһын аңлауға нигеҙләнгән, айырым алғанда Ҡояштан горизонталь яҫылыҡҡа күләгә нисек төшөүенә бәйле. Йыл әйләнәһенә Ҡояштан төшкән күләгә кисәгәһенән айырыла; бынан тыш күләгә сәғәт ҡайһы киңлектә урынлашыуына бәйле үҙгәрә. Шул уҡ ваҡытта ҡояш сәғәте өсөн оҙонлоҡтың әһәмиәте юҡ. Ерҙең Ҡояш тирәләй эллипсод буйынса әйләнеүе иҫәпкә алынған, дөйөм алғанда көн оҙонлоғо ноябрҙан февральға тиклем 16 минутҡа үҙгәреш бирә. Был ваҡыт тигеҙләмәһе булараҡ билдәле булған үҙгәреш ҡояш сәғәтенә ҡарағанда теүәлерәк булған механик сәғәттәр барлыҡҡа килгәнсе иҫәпкә алынмай. Поездар хәрәкәте үҙгәрешһеҙ төш ваҡытын һәм көн оҙонлоғон билдәләүҙе талап итә, шуға Уртаса гринвич ваҡыты кабул ителә. Был бронза сәғәткә «Уайтхёрст һәм улы/Дерби/1812» тигән ҡултамға ҡуйылған һәм Джордж Бенсон Стратҡа (мамыҡ иләу фабрикаһы хужаһының энеһенә) тәғәйенләнгән булған.

Гномон[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Сәғәт бик яҡшы эшләнгән, уртаһына ҡуйылған гномондан күләгә төшкә тиклем төшә, ә икенсе яғындағы шпилдән күләгә төштән һуң төшә. Циферблаты ике өлөштән тора, шпиль ҡалынайған урынында бүленеп тора. Был вариантта циферблат һәм шпиль араһындағы мөйөш 53°1’49 киңленгенә тигеҙ, был киңлектә Б. Страт йорто урынлашҡан. Циферблат теүәл горизонталь урынлашырға тейеш, сәғәтте күсер йөрөткәндә дөрөҫлөгөн циферблаттың урынлашыуын көйләп дөрөҫләргә мөмкин. Мәҫәлән, хәҙерге ваҡытты ҡояш сәғете 0°6’49 киңлеккә йәки 1/10 градусҡа көньяҡҡараҡ урынлашҡан. Шуға ярашлы, гномон ошо бейеклеккә күтерелергә тейеш.

Циферблат[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Горизонталь ҡояш сәғәтендә күләгә төшә торған циферблат горизонталь яҫылыҡта ята, һәм шпилгә экватоҙағы сәғәттәрҙеге кеүек перпендикуләр түгел. Шуға күрә күләгә төрлө вкытта төрлөсә төшә; сәғәт эшләгәндә быны иҫәпкә алырға кәрәк. Циферблатҡа ваҡыт теүеллеге граверланған, сәғәт һыҙаты түбәндәге формула буйынса иҫәпләнә:

бында λ — географик киңлек (һәм горизонт һәм шпиль араһындағы киңлек), θ — яҫылыҡта төньяҡты күрһәткән мөйөш, а t - төшкә тиклем һәм төштән һуң үткән сәғәт.

Иҫәпләү[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

1-ҙен 6-ға тиклем һәр вакыт ваҡыт өсөн формула буйынса иҫәпләнә. Мәҫәлән, сәғәт 3 өсөн формулаға 53,03 һәм 3 дәүмәлен ҡуябыҙ.

Белперҙә циферблат 53,03
Бер сәғәт 11,791779
Ике сәғәт 24,219060
Өс сәғәт 37,922412
Дүрт сәғәт 53,460042
Биш сәғәт 71,020970
Алты сәғәт 90,000000

Циферблат симметриялы , шуға төшкә тиклем ваҡыт өсөн ошндай уҡ нәтижә алабыҙ. Ошондай ысул менән ярты сәғәт һәм минут һыҙаттары иҫләнә.

Ваҡыт тигеҙләмәһен конвертациялау шкалаһы
Ваҡыт тигеҙләмәһе

Циферблаттағы ике шкала ярҙамында ваҡыт тигеҙләмәһе көйләнә. Беренсе шкалаға айҙар һәм көндәр яҙылған, уның ҡаршыһына был көндө ваҡыт нисә минутҡа тиҙерәк йәки әкренерәк йөрөүен күрһәткән минүттар яҙылған. Граверланған яҙыу "сәғәт әкренерәк (Watch Slower); сәғәт тиҙерәк (Watch Faster); 15 апрель - иҫәп-хисапты дөрөҫләү кәрәкмәгән беренсе көн"(15th April is one day when no conversion needs to be made). Уайтхёрст сәғәте менән, ул ваҡытта теүел йөрөмәгән, кеҫә сәғәттәрен дөрөҫләргә була.

Башҡа сәғәттәр[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Уайтхёрст 1800 йылдар тирәһендә эшләгән тағы бер сәғәт 2005 йылда 1850 һатыла.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

  • Mayall RN, Mayall MW Sundials: Their Construction and Use. — 3. — Cambridge, MA: Sky Publishing, 1938. — ISBN 0-933346-71-9
  • Rohr RRJ Sundials: History, Theory, and Practice. — в переводе G. Godin. — Нью-Йорк: Dover, 1996. — ISBN 0-486-29139-1
  • Waugh AE Sundials: Their Theory and Construction. — Нью-Йорк: Dover Publications, 1973. — ISBN 0-486-22947-5