Эстәлеккә күсергә

Ҡулсатыр (фонтан-шутиха)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡулсатыр
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Петергоф[d]
Урын Нижний парк[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d]
Карта
 Ҡулсатыр Викимилектә

«Ҡулсатыр» фонтан-шутиха— Петергоф һарай-парк ансамблендәге фонтан-шутихаларҙың береһе, Түбәнге паркта, Монплезирской аллеяһында урынлашҡан.

«Ҡулсатыр» фонтан-шутиха 1796 йылда архитектор Ф. Броуэр һәм фонтандар оҫтаһы И. В. Кейзер тарафынан эшләнә[1]. Уның төҙөүгә һарайҙың Ҡытай менән мауығыуы йоғонто яһаған, тип иҫәпләнә, был шулай уҡ Царское Селола «ҡытай» ҡоролмаларының барлыҡҡа килеүендә лә сағыла[2]. XIX быуаттың 60-сы йылдарында фонтандың ҡыйығын тырҡыш бәшмәге формаһында эшләйҙәр. Шул ваҡыттан алып фонтан-шутиха бер быуат тиерлек «Ҡулсатыр» тип түгел «Бәшмәк» тип атала. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фонтан емерелә. 1949 йылда ҡабат тергеҙгән ваҡытта уның тәүге ҡиәфәтен һәм атамаһын ҡайтарырға ҡарар ителә[2]. Петергофтың оло йәштәге кешеләре һаман да «Бәшмәк» атамаһын ҡуллана.

Фонтан парк ҡунаҡтарын шаяртыу маҡсатында эшләнгән. Формаһы буйынса ҡулсатырҙы хәтерләтә: ҙур бағана ағастан һырлап эшләнгән ярым көмбәҙле киң йәшел ҡыйыҡты тотоп тора. Бағананы кресло рәүешендәге эскәмйәләр уратып алған. Ҡунаҡтар күренмәҫлек итеп йәшертелгән 160 торбанан һыу атылып, пәрҙә барлыҡҡа килтергәнгә тиклем ҡулсатыр аҫтына йүгереп инеп өлгөрөргә тейеш. Икенсе версия буйынса, байрамса кейенгән ҡунаҡтарҙы сатыр аҫтындағы эскәмйәләргә ултырталар. Ҡапыл һыу атыла башлағас, улар фонтан эсенән һыу шаршауын йырып ҡына сыға ала.

Кючарианц Д. А., Раскин А. Г. Сады и парки дворцовых ансамблей Санкт-Петербурга и пригородов. — СПб: Паритет, 2009. — 386 с. — ISBN 5-93437-160-6.