Эстәлеккә күсергә

Ҡурташ (йыр)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡурташ — башҡорт халыҡ йыры, һалмаҡ көй.

Ҡурташ — Башҡортостандың Белорет районындағы тау. Белорет ҡалаһынан көньяҡ-көнсығышҡа табан 9 км алыҫлыҡта ята. Битләүҙәре текә, түбәһендә ҡаялы тау ҡалдыҡтары бар. Тау биттәрен ҡарағас ҡатыш ҡарағай урмандары ҡаплаған. Йырҙың эстәлегенән күренеүенсә, текә битләүле Ҡурташ тауы баҫҡынсыларҙан батырҙарын ышаныслы һаҡлаған. Дошман килгәндә Ҡурташ ҡаялары ҡаһармандарға ҡышын да йәшеренер урын булған.


Ҡурташ.

Һин минең Ҡурташым,

Иҙел башы ҡуш ташым.

Ятһам, түшәк булған таш,

Ҡышын төйәк булған таш.


Тик мин мендем башыңа,

Һыйындым мин ташыңа,

Дошманымдан һаҡлаған,

Төйәк, тинем, башыма.


Дошман килһә, меналмаҫ,

Аша сабып уҙалмаҫ.

Менеп, еген табалмаҫ,

Мине һаҡлар ҡуш ташым.


Дошман килеп ҡамағас,

Тирәмде ут ялмағас,

Уҡ та булдың, Ҡурташым,

Һаҡ та булдың, Ҡурташым.


Дошман башын юймайсы,

Инде килмәм ташыңа.

Үс алмаһам дошмандан,

Антым етһен башыма.


  • Башҡорт халыҡ йырҙары / Төҙ.-ред., инеш мәҡәлә һәм аңлатмалар авт.: Х. Ф. Әхмәтов, Л. Н. Лебединский, Ә.И. Харисов. — Өфө, Башҡ. китап нәшр., 1954.