Ҡуҙаҡлылар ғаиләһе
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһе | |||||||||||||||
Ғәҙәти фасоль (Phaseolus vulgaris) | |||||||||||||||
Фәнни классификация[1] | |||||||||||||||
---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|---|
| |||||||||||||||
Халыҡ-ара фәнни исеме | |||||||||||||||
Fabaceae Lindl., 1836 | |||||||||||||||
Синонимдар | |||||||||||||||
| |||||||||||||||
|
Ҡуҙаҡлылар йәки Күбәләк сәскәлеләр (лат. Fabáceae, йә Fabaceae ,йә Leguminósae, йә Papilionaceae). Ике өлөшлөлəр ғаилəһе. Яҡынса 12 меңдəн ашыу төрө билдəле, бөтə Ер шарында таралған.
Биологик ҡылыҡһырлама
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Үлəндəр, ҡыуаҡтар, ваҡ ҡыуаҡтар, ярым ҡыуаҡтар, лианалар, ағастар. Бүлбе бактериялары м‑н симбиозға инə. Күп, һирəгерəк ике һəм бер йыллыҡ үлəн, һирəклəп ҡыуаҡлыҡ. Япрағы ҡатмарлы (ҡауырһынлы, бармаҡ һымаҡ, өсəрле), япраҡ ҡолаҡсындары менән, сиратлы, һаплы. Япраҡтары, ваҡ япраҡтары, япраҡ ҡолаҡсындары йыш ҡына мыйыҡсаларға əүерелгəн.
Һабағы төҙ, тармаҡлы, уралыусан, йəбешеүсəн, һирəгерəк йəйелеүсəн йəки түшəлеүсəн.
Сәскәлек:Сəскəлеге тəлгəш (ҡайһы берҙə бер яҡлы), башаҡ, баш, һирəгерəк һепертке булып йыйылған. Сəскəһе йыш ҡына ваҡ, ҡыҙыл, ал, күк, һары, аҡ төҫтə; дөрөҫ төҙөлөшлө түгел, ике енесле.
Каса япраҡсаһының япрағы ҡушылып үҫкəн, 5—4 тешле, ҡайһы берҙə 2 иренле.
Тажы күбəлəк рəүешле, эре өҫкө япраҡтан (флаг, йəки елкəн), 2 ситке (ҡанаттар, йəки ишкəктəр) һəм 2 үҙ‑ ара тоташҡан аҫҡы япраҡтарҙан (кəмə) тора.
Һеркəстəре 10, йышыраҡ үҙ‑ара һеркəс ептəре менән тоташтырылған бер туғандар; ике туғандар араһында 1‑еһе ирекле ҡала, ə 9‑cы көпшə барлыҡҡа килтерə.
Ҡуҙаҡлылар сәскәһенең схемаһы
|
Сәскәһенең формулаһы:
йәки
Емешлеге 1, емшəне өҫкө. Емеше — ҡуҙаҡ. Орлоҡтары ҡоштар, кимереүселəр, ҡырмыҫҡалар, ел ярҙамында тарала. Йышыраҡ болондарҙа һəм далаларҙа, һирəгерəк урмандарҙа һəм баҫыуҙарҙа үҫə.
Әһәмиәте
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙең тамырҙарында бүлбеләр хасил була.Был бүлбеләр ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙең тамыр күҙәнәктәренә тупраҡтан тамыр төксәләре аша бактериялар үтеп инеүҙән барлыҡҡа килә.
Улар һауалағы ирекле азотты йоталар һәм үҙләштерәләр. Бактериялар тамыр күҙәнәктәренең бүленеүенә килтерә һәм күләмдәрен арттыра, һөҙөмтәлә бүлбеләр барлыҡҡа килә.
Ике организмдың, ана шулай бер-береһенә файҙалы булып бергә йәшәүен симбиоз (грек һүҙе «симбиозис» — бергәләп йәшәү) тип атайҙар.
Үҫемлектәр ҡороғандан һуң, тупраҡ азотлы матдәләргә байыға. Шуға ла, баҫыу әйләнешендә ҡуҙаҡлыларҙы тупраҡты яҡшыртыу, азотлы берләшмәләргә байытыу өсөн дә ҡулланалар.
Ҡуҙаҡлы үҫемлектәрҙең бөтә органдары ла азотлы матдәләргә, атап әйткәндә, аҡһымға бай.Был ғәиләгә ҡараған үҫемлектәр ҡиммәтле ауыл хужалығы культуралары булып торалар:аҙыҡ, мал аҙығы культуралары, бесән үләндәре.
Матурлыҡ өсөн (декоратив) ҡулланылғандары ла байтаҡ.
Ҡулланылышы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ашарға яраҡлы үҫемлектəр (борсаҡ, соя, арахис, нут, пәйғәмбәр борсағы, фасоль һ.б.), мал аҙығы үҫемлектəре (аҡ ҡандала үлəне, румын люцернаһы, себер йылҡы борсағы, туғай клеверы һәм башҡалар), дарыу үҫемлектəре (баҫыу ҡоросүлəне, туғай клеверы, ҡандала үлəне, татлы тамыр һ.б.), баллы үҫемлектəр (йылҡы борсағының, ҡандала үлəненең бөтə төрҙəре һ.б.), декоратив үҫемлектəр (аҡ акация,люпин, декоратив борсаҡ, хуш еҫле борсаҡ, ҡарға ҡуҙағы, һары акация һ.б.), буяу үҫемлектəре (буяу балғыуағы), ағыулы үҫемлектəр (сыбар сысҡанборос, Шишкин йүтəл үлəне).
Башҡортостанда 23 ырыуҙан:аморфа, астрагал, борсаҡ, йүтəл үлəне, йылан ҡуҙағы, туҡранбаш (клевер), күкһəүел, кəрешкə, ҡоросүлəн,ҡыйыҡтаж, сысҡанборос, татлы тамыр, торна борсағы һәм башҡаларҙан яҡынса 100 төрө үҫə.
Ҡуҙаҡлылар ғаиләһенә ҡараған үҫемлектәр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Acacia — Акация
- Anadenanthera — Анаденантера
- Arachis — Арахис
- Astragalus — Астрагал
- Caesalpinia — Цезальпиния
- Caragana — Карагана
- Cicer — Нут
- Dalbergia — Дальбергия
- Glycine — Соя
- Inga — Инга
- Lathyrus — Чина
- Lens — Чечевица
- Leucaena — Леуцена
- Lupinus — Люпин
- Medicago — Люцерна
- Mimosa — Мимоза
- Phaseolus — Фасоль
- Piscidia — Писцидия
- Pisum — Горох
- Robinia — Робиния
- Trifolium — Клевер
- Vicia — Вика
- Wisteria — Глициния
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- [1]— Бобовые
- [2] 2016 йыл 21 апрель архивланған.— Ҡуҙаҡлылар
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Миркин Б. М., Наумова Л. Г., Мулдашев А. А. Высшие растения: краткий курс систематики с основами науки о растительности: Учебник. — 2-е, перабот. — М.: Логос, 2002. — 256 с. — 3000 экз. — ISBN 5-94010-041-4.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ Прежнее название семейства Leguminosae Juss.
- ↑ Миркин, 2002
- ↑ Барабанов, 2006, с. 292
- ↑ Андреева, 2005, с. 438