Ҡылысҡыр (тау, Ишембай районы)
Уҡыу көйләүҙәре
Викидатала элемент юҡ |
Ҡылысҡыр- Башҡортостандың Ишембай районындағы тау. Кесе Ҡоҙаш менән Рәмйылға (Нөгөш ҡушылдығы) араһында ята.
Иң бейек түбәһе- 558,6 м. Тауҙың битләүҙәре текә. Тау тоҡомо ҡомташ, алевролиттар һәм рифей һәүерташтарынан тора.
Тау өҫтөндә уҫаҡ һәм йүкә ҡатнаш урман үҫә.
Ҡылысҡырҙан көньяҡтараҡ Арҙаҡты тауы (572 м), көнсығышта төньяҡтан көньяҡҡа табан Арҙаҡты һырты һуҙылған. Тауҙан төньяҡ-көнсығыштараҡ - Ишембай районының Яңы Һәйет ауылы, унан ары- Бөрйән районының Берәтәк ауылы урынлашҡан.
Ҡылысҡыр тауының атамаһы башҡорт телендәге «ҡылыс» (үткер ҡорал, рус. «сабля», «саблеобразный») һәм «ҡыр» (һырт, рус. «ребро», «хребет»)һүҙҙәренән алынған. Тауҙы үткер ҡылысҡа оҡшатып ҡушылған атама.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Ишимбайская энциклопедия. — Уфа: Башкирская энциклопедия, 2015. — С. 335. — 656 с. — 3000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.