Ҡыҙылса (ауырыу)
Ҡыҙылса | ||
---|---|---|
Ҡыҙылса вирусы электрон микроскоп аша | ||
МКБ-10 | B05. | |
МКБ-9 | 055 | |
DiseasesDB | 7890 | |
MedlinePlus | 001569 | |
eMedicine | derm/259 |
Ҡыҙылса (рус. Корь, лат. Morbillus) — кешенең киҫкен йоғошло ауырыуы.
Уны тыуҙырыусылар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
РНК‑лы Morbillivirus төрө вирустары; түбән температураларҙа бер нисә ай буйы йәшәргә һәләтле, юғары температра, ҡояш яҡтыһы, дезинфекция саралары тәьҫирендә һәләк була. Вакцина эшләнмәгән мәктәпкәсә йәштәге балаларҙың 100 % уны йоҡтора ала. Ауырыу һауа аша йоға; тыуҙырғыстары тын алыу юлдарының лайлалы тиресәләренән регионар лимфа төйөрҙәренә тарала, шунда үрсей, һуңынан ҡанға үтеп инә һәм эске ағзаларҙы, үҙәк нервы системаһын һ.б. зарарлай. Инкубация осоро 9—17 көн.
Төп симптомдары[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Интоксикация, йүткереү, күҙҙең лайлалы тиресәһе гиперемияһы, ауыҙҙың лайлалы тиресәләрендә специфик сабыртма, тән тиреһендә тимгелле‑бөртөклө сабыртма барлыҡҡа килеүе һ.б. Диагностикалау өсөн эпидемиологик, клиник һәм лаб. тикшеренеүҙәр мәғлүмәттәре файҙаланыла. Дауалау медикаментоз, диета.
Өҙлөгөүҙәр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Пневмония, ларингит, энцефалит һ.б.
Иҫкәртеү[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]
Актив һәм пассив иммунлаштырыу.
Ҡыҙылса (ауырыу) // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9.