Эстәлеккә күсергә

Ҡыҙыл Сулиндың Изге Покровка ғибәҙәтханаһы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡыҙыл Сулиндың Изге Покровка ғибәҙәтханаһы
Нигеҙләү датаһы 1914
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Красный Сулин[d]
Епархия Шахтинская епархия[d]
Архитектура стиле русско-византийский стиль[d]
Мираҫ статусы Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d]
Карта
 Ҡыҙыл Сулиндың Изге Покровка ғибәҙәтханаһы Викимилектә

Ҡыҙыл Сулиндың Изге Покровка ғибәҙәтханаһыРостов өлкәһенең Ҡыҙыл Сулин ҡалаһындағы ғибәҙәтхана. 3 православие ҡорамдан ҡала биләмәһендә һаҡланып ҡалған берҙә-бер ғибәҙәтхана. Архитектураһы буйынса Новочеркасск ҡалаһындағы Кафедраль соборҙың миниатюралағы күсермәһен хәтерләтә. Көнбайыш яғында өс ҡатлы манараһы бар.

Изге Покровка ғибәҙәтханаһына нигеҙ ташы 1911 йылда һалына. Архитекторы аныҡ билдәле түгел. 1912 йылда утар атаманы Поляков Александр Иванович етәкселеге аҫтында төҙөлөш башлана. Тәүҙә ғибәҙәтхана бинаһы утар берләшмәһенең аҡсаһына төҙөлә башлай, ә 1913 йылда утар идаралығы менән сиркәүҙе төҙөп бөтөүгә һәм йыһаздар һатып алыуға 29000 һум суммала аҡса бүленә. 1914 йылда төҙөлөш тамамлана.

1914 йылдың 10 декабрендә сиркәүҙе Дон һәм Новочеркасск архиепискобы Владимир изгеләндерә.

Изге Покровка ҡорамы Октябрь революцияһын кисерә. Ҡорамда ғибәҙәттәр 1935 йылға ул ябылғанға тиклем бара, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда немец оккупацияһы ваҡытында ғына асыла. Милләте грек булған Константинополь Патриархатына ҡараған священник ебәрелә. Оккупаяция властары Рус Православ Сиркәүенә тарҡаулыҡ индерергә тырыша һәм шуның менән бәйле Мәскәү менән бер ниндәй ҙә бәйләнеше булмаған руханиҙарҙы ебәрергә тырыша. Ҡала азат ителгәс, сиркәүҙә ғибәҙәттәр бер ни тиклем үткәрелмәй, тик 1946 йылда ғына священник тәғәйенләнгәс ғибәҙәттәр яңыртыла һәм бөгөнгө көндә лә туҡтамай.

1980 йылда ғибәҙәтхананың реставрацияһы үтә. 1981 йылдың 15 ғинуарында ҡорам СССР-ҙың тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы тип таныла. Ә СССР тарҡалғас, өлкә советының 1992 йылдың 17 декабрендәге 325-се ҡарары менән ғибәҙәтхана Рәсәй Федерацияһының тарих һәм мәҙәниәт ҡомартҡыһы исемлегенә индерелә

2002 йылда 5 октябрендә Изге Покровка сиркәүенә ярҙам марафоны үтә. 2003 йылда ғибәҙәтхана биләмәһендә йәкшәмбе мәктәбен төҙөү башлана. 2010 йылдан ҡорамды тергеҙеү һәм һүрәттәрҙе реставрациялау эштәре башлана. Хәҙерге ваҡытта йәкшәмбе мәктәбе бинаһында эштәр алып барыла, биләмә тирәләй таш ҡапҡа төҙөлә, ҡорам эсендә реставрация эштәре алып барыла.

Өлкән священниктары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Священник Петр (1914—1935) — Петр Попов
  • Священник Лука (1946) — Лука Куц
  • Священник Владимир (1955—1967) — Владимир Полянский
  • Священник Симеон (1968—1996) — Симеон Есин
  • Священник Александр (1996—1999) — Почта Александры
  • Протоиерий Минин Александр (1999 — хәҙерге ваҡытҡа тиклем.)
  • Неовизантийский стиль
  • Красный Сулин
  • Донские Епархиальные Ведомости от 11 декабря 1914 г.
  • Кудрявцев В. В. «Страницы прошлого листая», стр. 20-21
  • ГАРО. Ф.р-4173. Оп.6. Д.52