Ҡыҙыл мәсет (Уральск)
Ҡыҙыл мәсет | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Уральск |
Ҡыҙыл мәсет Викимилектә |
Ҡыҙыл мәсет (татар. Кызыл мәчет; Татар) — Уральск ҡалаһының татар слободаһында таш мәсет. 1871 йылда төҙөлгән. Төбәк әһәмиәтендәге архитектура ҡомартҡыһы. 8 март урамы, 23-сө йорт адресы буйынса урынлашҡан.
Архитектураһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Бина ике ҡатлы, стеналары ҡыҙыл кирбестән һалынған, ҡат араһы түшәмдәре ябыуҙары, асамайҙары, иҙәндәре — ағас, ҡыйығы — шифеҙан. Беренсе ҡаттың төньяҡ-көнсығыш өлөшөндә ябыуҙары кирбестән көмбәҙле. Бина эсендә стеналары штукатурланған, бейек кәрнизе биҙәлгән. Икенсе ҡат тәҙрәләре бейек һәм ярым түңәрәк.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Совет осоронда мәсет бинаһы ябыла һәм тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай, манараһы һүтеп алына. Төрлө ваҡыттарҙа бында инвалидтар йорто, һөнәрселәр училищеһы һәм хатта был училищеның дөйөм ятағы урынлаша. 1980 йылда мәсет бинаһы архитектура ҡомартҡыһы булып таныла. 1990 йылдарға бина авария хәлендә була һәм ныҡ туҙа. Уны һүтеп алыу тураһында мәсьәлә күтәрелә. Ҡомартҡыны һаҡлап алып ҡалыу өсөн 2000 йылда эшҡыуар һәм Уралськ ҡалаһындағы Татар мәҙәни үҙәге рәйесе Хәйруллин Ришат үҙ балансына ала. Төрөк фирмаһы тәҙрәләрҙе эшләү һәм ҡуйыу буйынса ярҙам итә. Татар йәкшәмбе синыфы уҡыусылары мәсеттә шәмбе өмәләрендә төҙөлөш сүп-сарҙарын сығарыуҙа һәм башҡа эштәрҙә ярҙам итә. 2005—2006 йылдарҙа мәсет яңынан тергеҙелә. 2006 йылдың 28 авгусында мәсет асыу тантанаһы үтә.
1895—1907 йылдарҙа мәсет янындағы мәҙрәсәлә Туҡай Ғабдулла уҡыған. Уның остазы булып мәсеттең имамы Төхвәтуллин Мотыйғулла торған.
Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- Татарский Уральск: тайна Красной мечети 2014 йыл 14 июль архивланған.