Ҡыҙ башняһы (балет)
| Ҡыҙ башняһы | |
| әзерб. Qız qalası | |
| Балеттың беренсе постановкаһынан күренеш, 1940 йыл | |
| Композиторы |
Афрасияб Бадалбейли |
|---|---|
| Либретто авторы |
Афрасияб Бадалбейли |
| Хореографы |
Сергей Кеворков, Вахтанг Вронский |
| Ҡуйыусы дирижёр |
Афрасияб Бадалбейли |
| Сәхнәлештереү |
Э. Г. Алмасзаде |
| Артабанғы редакциялар |
Г. Алмасзаде |
| Күренеш |
3 |
| Беренсе постановка |
18 апрель, 1940 |
| Беренсе постановка урыны | |
«Ҡыҙ башняһы» (әзерб. Qız qalası) — прологлы һәм эпилоглы өс шаршаулы балет, беренсе әзербайжан балеты[1] һәм мосолман Көнсығышында беренсе балет[2]. Музыка авторы һәм либретто — Афрасияб Бадалбейли[1].
Премьераһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Балеттың премьераһы 1940 йылдың 18 апрелендә Әзербайжан дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә була. С. Кеворков, В. Вронский постановкаһы. Рәссамы Ф. Гусак була.
Балеттың премьераһында төп ролдәрҙе башҡаралар:
- Гюльянак — Гамэр Алмасзаде (һуңыраҡ Т. Алиева)
- Джангир-хан — А. С. Урванцев
- Полад — Константин Баташев
- Айпери, имеҙеүсе ҡатын-ҡыҙ — М. Бабаева
- Гюльянактың әсәһе — Л. Тахмасиб
Артабанғы постановкалары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1948 йылда ошо уҡ театрҙа Гамер Алмасзаденың яңы хореографик вариантында спектакль яңынан тергеҙелә; сираттағы яңыртыу 1958 йылда, яңы баҫмала була.
Төп ролдәрҙе 1958 йылда башҡаралар:
- Гюльянак — Лейла Векилова (һуңынан Рәфиға Ахундова, Тамилла Ширалиева)
- Джангир-хан — Константин Баташев
- Полад — Максуд Мамедов (һуңынан Юрий Кузнецов, Владимир Плетнёв)
1999 йылдың 24 октябрендә балеттың яңы редакцияһы үтә. Яңы баҫманың авторы — Юлана Аликишизаде. Яңы музыкаль баҫманың авторы — Фәрхәд Бадалбейли. Төп ролдәрҙе башҡаралар:
- Гюльянак — Мәҙинә Әлиева
- Полад — Гюльагаси Мирзоев
- Джангир-хан — Юрий Лобачев
- Балетта шулай уҡ Афаг Меликова етәкселегендәге Дәүләт бейеү ансамбле коллективы ҡатнаша.
Балет музыкаһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
К.Баташев (Полад) һәм Г.Алмасзаде (Гюльянак), 1940 й.
-
Н.Рамазанова (Гюльянак) һәм Г.Мирзоев (Полад), 1999 й. (И. Джафаров фотоһы)