Ҡыҫҡа нарды

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Уйын өсөн ҡорамалдар

Ҡыҫҡа нарды — нарды уйынының иң популяр төрө.

Ҡағиҙәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Хәрәкәт юлдары

Тәүге позиция[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Ҡыҫҡа нарды — таҡталағы ике уйынсы өсөн уйын. Пункт тип аталған 24 тар өсмөйөштән торған таҡтала уйнала. Өсмөйөштәр төҫө менән айырыла һәм дүрт төркөмгә бүленә. Һәр уйынсы өсөн пункттар уның йортонан алып айырым һанала. Иң алыҫ пункт 24-се була, ул ҡаршы яҡ өсөн беренсе һанлы була. Аҡтар өсөн (диаграммала аҫта күрһәтелә) пункттар сәғәт теле буйлап, ҡараларға — сәғәт теленә ҡаршы.

Пункттар төркөмдәргә берләшә. Әлеге төркөмдәр йорт (1-6), урам (7-12), дошман йорто (19-24), дошман урамы (13-18) тип атала. Йорт һәм урам үҙ-ара таҡта менән айырылған, ул өҫтә ҡалҡып тора һәм бар тип атала.

Һәр уйынсының 15 шашкаһы бар. Шашкаларҙың тәртибе түбәндәгесә: һәр уйынсыла 24-се пунктта икешәр, 13-сөлә — бишәр, 8-селә — өсәр, 6-сыла бишәр шашка. Һәр уйынсының үҙ уйын ташы һәм уларҙы болғатыр өсөн һауыты бар. Уйын иҫәбен күҙәтер өсөн шаҡмаҡ (Даве кубы) ҡырҙарына 2, 4, 8, 16, 32, 64 һандары төшөрөлгән.

Уйын маҡсаты[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйындың маҡсаты — үҙ шашкаларҙы үҙ йортоңа күсереү һәм уларҙы таҡтанан төшөрөү. Үҙ шашкаларын төшөргән беренсе уйынсы еңеүсе тип һанала.

Йәрәбә һалыу[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Эште башлар өсөн, уйынсы бер һөйәк ташлай. Был ҡайһы уйынсының беренсе йөрөүен һәм ниндәй һанды ҡулланыуын күрһәтә. Әгәр ике уйынсының да бер төрлө һандар төшһә, төрлө һандар төшкәнсе һөйәк ташлайҙар.

Шашка хәрәкәттәре[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нарды уйынында таҡта буйлап йөрөүҙе күрһәткән видео

Йәрәбә ваҡытында иң ҙур һан төшкән уйынсы шашкаларын ике һөйәктәге һандар буйынса йөрөтә. Беренсе аҙымдан һуң уйынсылар сиратлап икешәр һөйәк ташлай һәм аҙымдарын үтә.

Һөйәктәге һандар нисә пунктҡа йөрөргә рөхсәт булғанын күрһәтә. Шашкалар гел дә бер йүнәлештә йөрөй, ҙур һанлы пунктан кесеһенә. Аҡтар өсөн — сәғәт теле буйлап, ҡаралар өсөн — сәғәт теленә ҡаршы. Шул уҡ ваҡытта түбәндәге ҡағиҙәләр ҡулланыла: шашкасы асыҡ пунктҡа ғына хәрәкәт итә ала, йәғни, ул ике йәки унан күберәк ҡаршы төҫлө шашка менән ҡамалырға тейеш түгел.

Шашканы уйындан нисек сығарырға[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Уйынсы бар 15 шашкаһын да йортҡа килтергәс, уларҙы таҡтанан сығарыу башлана. Уйынсы ике һөйәкте атшлай һәм түбәндәгене эшләй ала:

  1. шаҡмаҡта төшкән һанлы пункттан шашканы алырға (мәҫәлән, әгәр биш төшһә, бишенсе ҡырҙан шашка алына).
  2. йорт эсендә теләһә ниндәй шашканы ҙурыраҡ һанлы пунктҡа күсереү (әгәр өс төшһә, шашканы бишенсе ҡырҙан өс аҙымға күсереү (йәғни икенсе һанлы ҡырға), өсөнсө ҡырҙа шашка торһа ла була).
  3. уйын ташында төшкән ҙурыраҡ йәки тап килгән һанлы пунктта шашка булмаһа, шашканы төшөрөү (мәҫәлән, дүрт һаны төшһә, ә дүртенсе, бишенсе һәм алтынсы аҙымда шашкалар булмаһа, өсөнсө аҙымдан шашка сығарыла).
  4. эске таҡтала шашкалар күсерелгәндә, ҡаршы шашканы үлтерә, был шашканы ташлау рөхсәт ителмәй.

Шашкаларҙы сығарғанда, уйынсының бөтә шашкалары йортта булырға тейеш. Шашканы сығарыу ваҡытында шашка һуғылһа, уйынсы яңынан уны йортҡа индерергә тейеш. Таҡтанан бөтә шашкаларҙы төшөрөүсе еңеүсе була.

Даве[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Нардыны, ҡағиҙә булараҡ, аҡсаға уйнайҙар. Һәр уйын бер мәрәй ставкаһынан башлана. Уйын барышында уйынсы өҫтөнлөгөн күреп ҡалһа, даве ҡуллана ала (йәғни иҫәпте ике тапҡырға арттырырға). Ул быны аҙымын башлар алдынан эшләй ала.

Даве кубы 2, 4, 8, 16, 32, 64 һанлы ҡырҙарға бүленгән, хәҙерге иҫәптең күпмегә ҙурайғанын күрһәтә. Даве кубын ҡулланыу уйынсыларҙы дәртләндерә, сөнки тәүге иҫәп 64 тапҡырға ҙурая ала.

Әҙәбиәт[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

  • Магриль Пол, Магриль Робертс Рене. Нарды. Переводчик: В. Сомило. Баланс Бизнес Букс. ISBN 966-8644-59-X, ISBN 1-59386-027-7; 2006 г. 448 стр.
  • Ю. Н. Амелин, М. Ю. Амелин. Короткие нарды // Всё о нардах. — Ростов-на-Дону: Феникс, 2000. — С. 44-73. — 128 с. — (Домашняя энциклопедия). — 10 000 экз. ISBN 5-222-01488-6.
  • Шехов. Нарды от новичка до чемпиона. Издательство «Феникс», 2009, 250 страниц, ISBN: 978-5-222-13546-4

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]