Эстәлеккә күсергә

Ҡәйнә күпере

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Ҡәйнә күпере
Нигеҙләү датаһы 1968
Рәсем
Дәүләт  Украина
Административ-территориаль берәмек Одесса
Урын Исторический центр Одессы[d]
Сиктәш бульвар Михаила Жванецкого[d]
Нигеҙендә эшләнгән Мост великой герцогини Шарлотты[d]
Рәсми асылыу датаһы 16 февраль 1969
Өҫтөнән/аҫтынан үтә Военный спуск[d]
Оҙонлоҡ 137,6 метр
Киңлек 6 метр
Бейеклеге/буйы 30 метр
Карта
 Ҡәйнә күпере Викимилектә

Ҡәйнә күпере — Одессала йәйәүлеләр йөрөгән күперҙең халыҡ телендәге атамаһы.

19681969 йылдарҙа архитектор Рашель Аббовна Владимирская һәм инженер Кириенко проекты буйынса Хәрби спуск өҫтөндә төҙөлә[1]. Уның тәүге һәм рәсми исеме «Комсомол», сөнки ул үҙ-ара Приморье һәм Комсомол бульварҙарын (хәҙер — М. Жванецкий бульвары) тоташтырып тора. Уны 1917 йылғы Октябрь революцияһының 50 йыллығына төҙөйҙәр һәм 1967 йылда асырға тейеш булалар, әммә һуңлайҙар. Шуға күрә уның аша 1968 йылда ғына йөрөй башлайҙар. Проект буйынса күпер классик төҙөлөшкә тап килһен өсөн ретро стилендә булырға тейеш була. Ләкин төҙөлөш барышында биҙәлеште алырға ҡарар итәләр һәм ул конструктивистик рухта килеп сыға. Күпер Люксембургтағы герцогиня Шарлотта күперенең теүәл күсермәһе булып тора.

Атамаһының килеп сығышы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Ҡәйнә» атамаһының ике версияһы бар. Беренсеһе: ҡалала ул иң оҙоно һәм иң тары, ә көслө ел ваҡытында һелкенмәй ҡалмай, шуға: «Нәҡ ҡәйнә теле», — тип шаярталар.

Икенсе тураһында, имеш, уның буйынса 1970 йылдарҙа өлкә етәксеһе — партия өлкә комитетының беренсе секретары Михаил Сафронович Синицын ҡәйнәһенә ҡунаҡҡа йөрөгән, тиҙәр[2][3]. Әсе телдәр раҫлауынса, ҡалаға был ҡиммәтле, әммә бер ниндәй коммуникацион әһәмиәте булмаған конструкция коммунистарҙың етәксеһенең ҡәйнә ҡоймағына булған мөхәббәте һөҙөмтәһендә барлыҡҡа килгән, тип раҫлай. Кейәүе — Приморье бульварында, ә ҡәйнәһе балка аша Гоголь урамы, 1 адресы буйынса йәшәгәнлектән, күрәһең, Одесса етәксеһенә Сабанеев күпере аша 500 метр урап йөрөү оҙаҡ тойолғандыр. Шунан тура һәм йәйәүлеләр күпере булдырыу идеяһы барлыҡҡа килгәндер ҙә инде. Әммә ваҡыт үтеү менән күпер Комсомол һәм Приморье бульварҙарын тоташтырып, ике километрға һуҙылған йәйәүле маршрут барлыҡҡа килтерә һәм ҡала өсөн әһәмиәтле объектҡа әйләнә.

«Мөхәббәт Йөрәге»

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Ҡәйнә күперендә Мөхәббәт йоҙаҡтары (2011 йылға тиклем)

2011 йылда Одессала «Украинаға һөйөүең менән уртаҡлаш» милли проекты сиктәрендә «Ғашиҡ йөрәк» инсталляцияһы тантаналы асыла. Ул ике мәсьәләне хәл итә: "Ҡәйнә күпере"н һәм матур туй йолаһын һаҡлап алып ҡала. Металдан эшләнгән күләмле йөрәк арт-инсталляция Одесса ғашиҡтарына ғына түгел, күперҙе ҡотҡарыусы ла. Күперҙең торошо уның тирә-яғына тотош ҡала ғашиҡтары тарафынан эленгән йоҙаҡтар һаны артыу менән йылдан-йыл насарая башлаһа, хәҙер йоҙаҡтарҙы туранан-тура йөрәккә элергә мөмкин — күпер ҙә зыян күрмәй, ғөрөф-ғәҙәт тә һаҡлана[4].

  1. Одесса: Архитектурно-исторический очерк / В. И. Тимофеенко. — 2-е изд. — К.: Будівельник, 1984. — С. 148.
  2. Необходимо задать параметр url= в шаблоне {{cite web}}. Необходимо задать параметр title= в шаблоне {{cite web}}. [ ].
  3. Смирнов В. П. Евреи // Большой полутолковый словарь одесского языка. — Одесса: Друк, 2003. — С. 105. — 488 с. — ISBN 966-8099-22-2..

Әҙәбиәт һәм мәҡәләләр

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]