Ҡәрләмә (урман)
Ҡәрләмә | |
Дәүләт | Рәсәй |
---|---|
Административ-территориаль берәмек | Ишембай районы |
Ҡәрләмә — Ишембай ҡалаһы янындағы ҙур булмаған ҡатнаш урман[1].
Этимологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Ҡәрләмә урманының атамаһы «ҡара әрәмә» һүҙбәйләнешенән килеп сыҡҡан, тип фаразлана. Йүкә, ҡайын, ҡарама, муйыл һәм башҡа ағастар менән бер рәттән ҡара ҡарағат, балан, миләш, эт муйылы кеүек ҡыуаҡтар үҫә Ҡәрләмәлә. Шул уҡ ваҡытта ҡара бөрлөгәндең һәм башҡа төрлө үрмәле үләндәрҙең ағастар тирәләй үрелеп үҫкән һабаҡтары Ҡәрләмәлә кеше йырып сыҡҡыһыҙ шырлыҡтар барлыҡҡа килтергән.
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Урман Ишембай ҡалаһы биләмәһендәге Иҫке Ишембай ауылынан төньяҡҡа табан 2 километр алыҫлыҡта урынлаша. Артабан шул уҡ йүнәлештә элекке «Искра» колхозының сәсеүлектәре (хәҙерге ваҡытта элекке колхоз ағзаларының пай ерҙәре) ята. Борондан Иҫке Ишембай ауылы кешеләре йәйен күлдәргә һәм саф һыулы шишмәләргә бай ошо төбәккә йәйләүгә сығыр булған. Әллә ни ҙур булмаһа ла Ҡәрләмә әйләнә-тирәләге ауылдар халҡын емеш- еләк менән тәьмин итер була. Был ҙур булмаған урман массивында һигеҙ күл бар: Йүкәлегүл, Дирән күл, Ҡайынлыгүл, Ҡорбангүл, Балдаҡлы күле һәм башҡалар. Йыл һайын яҙғы ташҡын ваҡытында улар һыу аҫтында ҡала, шуға ла бында күл балыҡтары ғына түгел, ә йылға балыҡтары йыш осрай, һәм һәүәҫкәр балыҡсыларҙың иң яратҡан урынына әйләнгән. Күлдәрҙең иң ҙурыһы Йүкәлегүл, уның улағы оҙонлоҡҡа һуҙылған, ә һаҙматыраҡ ярҙары төрлө ҡыуаҡтар һәм ҡамыш менән ҡапланған Дирәнгүл йом-йомро һәм бик тәрән. Ҡәрләмә емеш-еләге генә түгел, ә сәнәғәт предприятиеларына сеймал биреүе менән дә дан тота. Совет осоронда ҡырсын һәм ҡом-таш сығарыу урыны ла булды ул. Ошо эшмәкәрлектең эҙеметәһе булып һыу менән түлған ике ғәйәт ҙур соҡор ҡалған.
Әҙәбиәт
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]• М. Якупов. «Сотник Ишимбай» (Уфа. ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005, стр. 127, 400 экз.
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ М. Якупов. «Сотник Ишимбай» (Уфа. ГУП ГРИ «Башкортостан», 2005,стр. 67, 400 экз.)