Эстәлеккә күсергә

Ҡәҙерғолов Азамат Яхъя улы

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Ҡәҙерғолов Азамат Яхъя улы (1938 йыл — 23 март 1983 йыл) — башҡорт яҙыусыһы.

Азамат Яхъя улы Ҡаҙаҡбаев 1938 йылда Башҡорт АССР-ының Баймаҡ районы Түбә ҡасабаһында донъяға килгән. Атаһы шахтала өйөм аҫтында ҡалып һәләк була. Ғаилә Темәс ауылына күсә[1]. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң Йоматау ауыл хужалығы техникумына уҡырға инә. Артабан «Һәүәнәк» совхозында эшләй, комсомол комитеты секретары итеп һайлана[2].

Йәмәғәт эшендә әүҙем ҡатнашыусы булараҡ район гәзитенә көнүҙәк темаларға, ауылдың алдынғы кешеләре тураһында мәҡәләләр, очерктар яҙа. Тиҙҙән уны редакцияға хәбәрсе итеп эшкә саҡыралар. 1963 йылдан алып Баймаҡ район гәзитендә радиохәбәрсеһе була. Ғаилә хәле буйынса Ҡырмыҫҡалы районына күсеп, ундағы гәзит редакцияһында эшләргә лә тура килә. Әҙәби ижад менән ғүмеренең аҙаҡҡы йылдарында етди шөғөлләнә башлай, эштән буш ваҡытта хикәйәләр, күләмле проза әҫәрҙәре ижад итә.

Азамат Ҡаҙаҡбаев 1983 йылда фәжиғәле рәүештә һәләк була. Хикәйәләре республика гәзиттәрендә, «Аманат» журналында донъя күрҙе. «Бүре» хикәйәһе күренекле артист Әхтәм Абушахманов башҡарыуында радионан яңғыраны. Тәбиғәте менән баҫалҡы, итәғәтле, артыҡ күренеп бармаған яҙыусыға танылыу һуңыраҡ килде, әммә уның әҫәрҙәре башҡорт әҙәбиәтенә яҡты бер бит булып өҫтәлде.

Ике китабы баҫылып сыҡты.

Нәшер ителгән әҫәрҙәре

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Илек бүләге. Хикәйәләр, Өфө, 1991
  • Етем ялан. Роман. Өфө, 1997[2].
  1. Литературная карта Республики Башкортостан
  2. 2,0 2,1 Баймаҡ районының күренекле улдары һәм ҡыҙҙары. Библиографик күрһәткес. Башҡортостан Республикаһы, Баймаҡ ҡалаһы, 2010 йыл.