Эстәлеккә күсергә

Үрге посадтағы Жёны-мироносицы сиркәүе

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үрге посадтағы Жёны-мироносицы сиркәүе
Нигеҙләү датаһы 1649
Рәсем
Дәүләт  Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Түбәнге Новгород
Входит в состав списка памятников культурного наследия Культурное наследие России/Нижегородская область/Нижний Новгород[d]
Мираҫ статусы объект культурного наследия России федерального значения[d][1]
Рәсми сайт nne.ru/objects/hram-v-ch…
Указания, как добраться улица Добролюбова, 13А
Карта
 Үрге посадтағы Жёны-мироносицы сиркәүе Викимилектә

Божия Матерҙың «Знамение» һәм изге Жёны-мироносицы иконаһы сиркәүе — Түбәнге Новгородтың Үрге посадындағы беренсе мәхәллә таш сиркәүе. Боронғо рус ғибәҙәтханалар тарихындағы тәүге «карап» тибындағы ғибәҙәтхана. Ул миһрабтың һәм табыныуҙар залының, аш ашау бүлмәһенең һәм көнбайыштағы ишек өҫтөндәге саң манараһының ҡәтғи үҙәктә урынлашыуы менән характерлана[2] Сиркәү мәхәлләһендә Евфимий Суздальский һәм Макарий Желтоводский чудотворецтар тыуған[3].

Бер бинала ике сиркәү берләштерелгән: ҡышҡы сиркәү— Божия Матерь «Знамение» иконаһы хөрмәтенә һәм йәйге — Жёны мироносицы хөрмәтенә.

Сиркәү Ҡатын-Мироносица. Дамба лыковый яғынан күренеш. 1870 йыл альбомы А. О. Карелин һәм И. И. Шишкин

ХIII быуатта бында башта ағас сиркәү төҙөлгән була. Хәҙерге ике ҡатлы таш сиркәү 1649 йылда һалынған. 1805 йылда Түбәнге Новгород сауҙагәре П. Переплетчиков аҡсаһына аш ашау бүлмәһенең төньяғына ике ҡатлы кирбес төкәтмә-ҡанат төҙөлә, уның аҫҡы ҡатында апостолдар Петр һәм Павел, өҫкөһөндә — Евфимий Суздальский, ә аш ашау бүлмәһендә — Макарий Желтоводский хөрмәтенә. 1848 йылдағы янғындан һуң, интерьерҙың фреска һүрәттәре яңыртыла. 1894—1896 йылдарҙа сиркәү ҡанаттары киңәйтелә. М. П. Дмитриев шул саҡта уны фотоға төшөргән, был ҡиммәтле тарихи фотоны ғибәҙәтхананы ХХI быуатта тергеҙгәндә ҡулланғандар.

Революциянан һуң сиркәү ябыла, ә көмбәҙҙәре емерелә, бинала еңел сәнәғәт техникумы эшләй.

Ҡорам Түбәнге Новгород епархияһына 1990 йылда кире ҡайтарыла. 2004 йылдың июлендә уның көмбәҙҙәре ҡуйыла һәм алтын менән ялатылабилдәләнгән, төп көмбәҙ ялатып буйынса эш алып бара[4]. Ике тәреһен алтын менән ялатыу Свято-Троица Серафимо-Дивеево монастырының Арзамас ихатаһында алып барыла. 2004 йылдың сентябрендә Түбәнге Новгород һәм Арзамас епискобы Георгий тарафынан яңы көмбәҙ һәм ундағы тәреләр изгеләндерелә, ә 2006 йылдың 10 октябрендә ҡыңғырау манараһына ҙур тәре ҡуйыла.

Сиркәү эргәһендә үк ҡала трамвай ҡулсаһы үтә. 2005 йылдың йәйендә ул юлдың 200 метр оҙонлоғондағы өлөшө виброизоляциялы ҡатлам менән ҡаплана[5].

2007 йылда Георгий Хаким ғибәҙәтханаға килгәс, түбәнге сиркәүҙе реконструкциялауҙың техник проектын төҙөргә ҡуша[6].

2008 йылдың мартында Түбәнге Новгород өлкәһе хөкүмәте был сиркәүҙе, уның территорияһын һәм Чатыгин йортон («Петр Беренсе Йорто») федераль әһәмиәттәге мәҙәни мираҫ объектына әйләндереү тураһында ҡарар ҡабул итә[7].

2009 йылдың 31 декабрендә архиепископ Георгий литургия башҡара. Ғибәҙәт ҡылыу тамамланғас, ғибәҙәтхана игумены Василий (Данилов) хакимға Ҡотҡарыусы иконаһын бүләк итә[8].

2011 йылдың апрелендә Хаким реставрациялауҙың беренсе этабы тамамланды — ҡорам тышҡы яҡтан биҙәлде — артабан уның эсен биҙәү һәм дүрт ҡанаттағы иконостастарҙы эшләйһе ҡалды, тип әйтә. Һәр иконостас өсөн проект альбомы әҙерләнә. Июлдә Божия Матерь «Знамение» иконаһы хөрмәтенә түбән ҡанаттың иконостасын эшләй башлайҙар. Ағас иконостас ике ҡатлы буласаҡ — урындағы һәм деисус рәтендәге иконаларҙан торасаҡ һәм византия стилендә «Ковчег» оҫтаханаһы эшмәкәрҙәре тарафынан яҙыласаҡ. Сентябрҙә түбәнге ҡаттағы ҡанаттың миһрабын биҙәктәр менән биҙәү башлана.

2012 йылдың 25 ғинуарында архиепископ Георгий түбәнге ҡорамды изгеләндерә, аҙаҡтан унда оҙаҡ йылдар эсендә тәүге тапҡыр Литургия уҡый[9]. 29 декабрҙә преподобный Макарий Желтоводский һәм Евфимий Суздальскийҙар хөрмәтенә Бөйөк чин менән сиркәү ҡанаты изгеләндерелә[10].

Сиркәү башлыҡтары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
  • Протоиерей Краев Владимир Александрович (2006 йылдың 7 ноябренә тиклем[11])
  • Иерей Галкин Сергий Геннадьевич (2006 йылдың 7 ноябре[12] — 2008 йылдың 4 авгусы[13])
  • Игумен Василий (Данилов) (2008 йылдың 4 авгусы[14] — 2012 йылдың 16 октябре)
  • Протоиерей Мельчаков Сергей Николаевич (16 октябрь, 2012 йыл[15]);
    2012 йылдың 6 ноябренә тиклем[16] — өлкән рухани
  1. Указ Президента Российской Федерации № 176 от 20.02.1995
  2. Церковь Жен-Мироносиц, сайт История Нижегородского края 2011 йыл 17 декабрь архивланған.
  3. Приходские храмы Нижегородского посада XVII века 2008 йыл 30 апрель архивланған.
  4. В церкви в честь Жен Мироносиц продолжаются работы по возведению куполов 2005 йыл 15 декабрь архивланған., Нижегородская епархия, 15 июля 2004 года
  5. В Н. Новгороде возобновило работу городское трамвайное кольцо, nta-nn.ru, 31.08.2005 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. В Н. Новгороде будет установлен памятник преподобным Макарию Желтоводскому и Евфимию Суздальскому, nta-nn.ru, 26.03.2007
  7. Нижегородское правительство утвердило границы зоны охраны церкви Жен Мироносиц и дома Петра Первого в Н. Новгороде, nta-nn.ru, 24.03.2008
  8. Высоцкая, Светлана Архиепископ Георгий совершил литургию в нижегородском храме в честь святых Жен-Мироносиц и иконы Божией Матери «Знамение». Нижегородская епархия (31 декабрь 2009). Дата обращения: 6 ғинуар 2010. Архивировано 14 март 2012 года. 2012 йыл 14 март архивланған.
  9. Крапивина, Людмила Архиепископ Георгий освятил нижний Знаменский храм церкви в честь святых Жен Мироносиц (фото). Нижегородская епархия. Дата обращения: 26 ғинуар 2012. Архивировано 14 март 2012 года. 2012 йыл 14 март архивланған.
  10. Митрополит Георгий в Нижнем Новгороде освятил придел храма в честь иконы Божией Матери «Знамение» и святых Жен Мироносиц(недоступная ссылка) (фото), Нижегородская митрополия, 29 декабря 2012 года
  11. Указ № 254 от 7 ноября 2006 года(недоступная ссылка), Архиепископ Нижегородский и Арзамасский Георгий
  12. Указ № 255 от 7 ноября 2006 года(недоступная ссылка), Архиепископ Нижегородский и Арзамасский Георгий
  13. Указ № 175 от 4 августа 2008 года(недоступная ссылка), Архиепископ Нижегородский и Арзамасский Георгий
  14. Указ № 176 от 4 августа 2008 года(недоступная ссылка), Архиепископ Нижегородский и Арзамасский Георгий
  15. Указ № 289 от 16 октября 2012 года 2013 йыл 19 декабрь архивланған., Митрополит Нижегородский и Арзамасский Георгий
  16. Указ № 300 от 6 ноября 2012 года 2013 йыл 19 декабрь архивланған., Митрополит Нижегородский и Арзамасский Георгий