Эстәлеккә күсергә

Үҙем һәм халҡым

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Үҙем һәм халҡым
Атамаһы Үҙем һәм халҡым
Сәнғәт формаһы шиғыр[d]
Жанр шиғриәт
Автор Ғафуров Ғәбделмәжит Нурғәни улы
Нәшер ителеү ваҡыты 1912

Үҙем һәм халҡым (1912) — БАССР-ҙың халыҡ шағиры Мәжит Ғафури шиғыры. 1912 йылда яҙылған[1][2].

Мәжит Ғафури — балаларға

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

Мәжит Ғафури — милли башҡорт балалар әҙәбиәтенә башланғыс һалған шағирҙарҙың береһе. 1908-1912 йылдарҙа Мәжит Ғафури ижады шаҡтай ҡатмарлы эволюция кисерә. Ябай хеҙмәтсәндәрҙең тормошон ыңғай яҡҡа фәҡәт мәғрифәтселек үҙгәртер, тип ышанған Мәжит Ғафури ысынбалыҡтағы алдынғы көстәрҙе, замана геройын эҙләүен дауам итте.

1912 йылда ул ижадының идея-эстетик программаһын, бөтә ғүмеренең, шағирлыҡ яҙмышының кредоһын билдәләгән ике мәшһүр шиғыр — «Үҙем һәм халҡым» менән «Мин ҡайҙа?» әҫәрҙәрен ижад итә. Үҙенең эстетик идеалына, синфи симпатияларына ишара яһап, ысын кешеләрҙе «тыштары керле, ә ләкин юҡ уларҙа эс кере», тип ярлы, зарлы, моңлолар араһында эҙләргә кәрәклекте шағир өҙөп әйтте. Лирик герой үҙенең халыҡҡа тоғролоғо, артта ҡалғанлыҡ менән килешмәүсәнлеген әйтеп бирә[3].

«Үҙем һәм халҡым» шиғыры

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Үҙем һәм халҡым» шиғыры 1939 йылда Ҡазанда Мәжит Ғафуриҙың «Һайланма әҫәрҙәр» китабында баҫыла. Шулай уҡ 1954 йылда Ҡазанда сығарылған ике томлыҡтың беренсеһендә һәм башҡорт телендә баҫылған алты томлыҡта ла бар.

Үҙем һәм халҡым



Бер аҙым алға баҫам да
Әйләнәм мин артыма,
Ҡайҙа баҫҡандар икән тип
Күҙ һаламын халҡыма.


Шул ваҡыт мин бик юғары
Ҡош кеүек осһам әгәр,
Ә улар һаман шулай
Баҫҡан урында торһалар?[4][5]

Тасуирлау алымдары

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]

«Үҙем һәм халҡым» шиғырында лирик геройҙың әүҙем тәбиғәте ҙур шиғри оҫталыҡ менән асыла, һәм был Мәжит Ғафуриҙың поэтик оҫталығы үҫеүҙә мөһим аҙым булды[6].

  • Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (335 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  • Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том).
  1. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (335 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  2. Мәжит Ғафуриҙың «Үҙем һәм халҡым» шиғыры
  3. Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том)
  4. Мәжит Ғафури. Әҫәрҙәр дүрт томда. I том, 496 б. (335 бб.). Өфө, Башҡортостан китап нәшриәте, 1978
  5. М. Гафури. «Я и мой народ». Читает Заки Алибаев
  6. * Башҡорт әҙәбиәте тарихы. 2-се том / Ғ. Хөсәйенов, Р. Байымов, Р. Бикбаев, Ә. Мирзаһитов, С. Сафуанов, З. Ураҡсин, Р. Шәкүр. Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1990. 420—421 б. ISBN 5-295-00595-X (2-се том)