Һалҡын һыу шишмәһе
Иҫтәлекле урын | |
Һалҡын һыу шишмәһе
| |
Ил | Рәсәй, |
Адрес | Ростов өлкәһе, Мясниковский районы, Чалтырь ауылы |
Төҙөлгән ваҡыты | ХIХ быуат |
Һалҡын һыу шишмәһе Викимилектә |
Һалҡын һыу шишмәһе — Ростов өлкәһе Мясниковский районының Чалтырь ауылындағы шишмә.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Билдәле Һалҡын һыу шишмәһе Ростов өлкәһе Мясниковский районының Чалтырь ауылы эргәһендәге шишмә. Шишмә тау битләүенән ағып сығып йылға барлыҡҡа килтерә. Был шишмә тарихы әрмәндәрҙең Донға күсенеүе менән бәйле. Риүәйәт буйынса Ҡырымдан күсенеүсе әрмәндәр каруаны егелгән үгеҙҙәрҙә барған. Ылауҙарҙан алда һыу эҙләп атлы һыбайлылар барғандар. Һыу сығанағы тапҡан осраҡта улар был турала артта килеүсе кешеләргә әйткәндәр. Бер саҡ улар йырында кескәй йылға күргәндәр, уны тәмләп ҡарағандар һәм уның тураһында кешеләргә хәбәр иткәндәр. Күсенеүселәр күп булғанлыҡтан, уларҙың бер өлөшө шишмә янында ҡалған, ҡалғандары артабан киткән.
Хәҙерге Чалтырь ауылы урынында йорттар төҙөп урынлашып алғас, халыҡ шишмәне таштар менән уратып һалып сыға. Һуңғараҡ ҡоҙоҡ ҡаҙалар, торба һәм улаҡ буйлап һыу ебәрәләр. Ер өҫтөндә тишек эшләнә, һыу унан ағып сығып йылға барлыҡҡа килтерә.
Шишмә янында бәләкәй ҡыңғыраулы сиркәү була. Риүәйәт буйынса, бер ваҡыт дингә ышаныусы кеше ғибәҙәт ҡылып торған һәм өйөнөң тәҙрәһе аша шишмә эргәһендә яҡтырып торған бағана күргән. Иртәнсәк ул был турала священниккә һөйләй. Поп ишеткәндәрен Эчмиадзин ҡалаһы властәренә еткерә. Әрмәнстандан ошо уңай менән белгестәр килә, улар был ваҡиғаны билдә тип ҡабул итә. Бынан һуң сиркәүҙең проектын эшләйҙәр һәм тиҙ арала уны төҙөп тә ҡуялар. Әлеге ваҡытта был сиркәүҙең макеты Чалтырь ауылының тыуған яҡты өйрәнеү музейына ҡуйылған. Шишмәнең ҡоҙоғо сиркәү эсендә була.
Шишмә һыуы бик һалҡын һәм дауалау үҙсәнлегенә эйә була. Шишмә янына кешеләр төрлө ауырыуҙарҙан дауаланырға киләләр, изге урын итеп ғибәҙәт ҡылалар. Урындағы халыҡ шишмә янында байрамдар ойоштора, төрлө уйындар уйнай.
Хәҙерге ваҡытта шишмә эргәһендәге сиркәү емерелгән, шишмә үҙе ҡороған. Иҫтәлек булып шишмә урынында ҡоҙоҡ түбәһе һәм таштан һалынған ҡоҙоҡ ҡына ҡалған.