Эстәлеккә күсергә

Һарай сиркәүе (Минск)

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Һарай сиркәүе
Рәсем
Дәүләт  Беларусь
Административ-территориаль берәмек Минск
Тәбиғи-географик объекты сиктәрендә урынлашҡан Минское Кремль[d]
Барлыҡҡа килгән, эшләнгән известковые растворы[d] һәм таш[d]
Асыу датаһы 1949
Карта
 Һарай сиркәүе Викимилектә


Һарай сиркәүе — Минскиҙағы боронғо ҡорам, 1069—1073 йылдарҙа төҙөлә башлаған, 1071—1085 йылдарҙан һуң түгел төҙөлөп бөткән. Боронғо Русь монументаль культ ҡорамдары араһында Минск ҡорамы айырым урын биләй, уның теүәл архитектура аналогы юҡ. Ғибәҙәтхана 8 Март майҙаны районында— Еңеүселәр проспекты башланған ерҙә тора.

1949 йылда Замчище ауыл дың көнсығыш өлөшөндә бәләкәй таш сиркәүҙең таш нигеҙе асыла — был иң боронғо ҡала ҡорамы була, ул ҡала һәм сиркәү йылъяҙмаларҙа телгә лә алынмай. 1949—1951 йылдарҙа уның ҡалдыҡтары В. Р. Тарасенко асыҡлай һәм өйрәнә.

Ғалимдар сиркәү 1071—1085 йылдарҙа төҙөлгән тип фараз ҡыла (стратиграфик күрһәткестәр нигеҙендә). Ҡорам Полоцк кенәздәре Минскиға килгәнсе төҙөлгән һәм ҡаланың төп биҙәүесе булып торған. Ул саҡта Минск Ярополк Изяславич ҡулында булған. Уның әсәһе польша короле Мечеслав II ҡыҙы булған, шунлыҡтан Изяслав Польша короле ихатаһы менән дуҫ булған.

Ғибәҙәтхана төҙөлөп бөтә алмаған. Бының бер нисә сәбәбе булыуы ихтимал: бәлки, яҡшы оҫталар булмағандыр, шулай уҡ төҙөлөш материалдары был урын өсөн ғәҙәти булмаған. Ҡатмарлы сәйәси хәлдәр ҙә ҡамасаулай алған. Күпмелер ваҡыт үткәс төҙөлөп бөтмәгән ғибәҙәтхана некрополь итеп ҡулланылған. Ҡаҙыу эштәре барышында 1950-се йылдарҙа бында 21 ағас табутта ҡәбер табылған. Һуңыраҡ бер ҡатын-ҡыҙ һөлдәһенең ҡиәфәтен тергеҙеп, ғалимдар ул ҡатын-ҡыҙ тере саҡта сәсен башына уратып ҡуйған тир табалар — был йола Белоруссияның көньяҡ төбәктәрендәге ҡатын-ҡыҙҙар һәм украин ҡатын-ҡыҙҙары өсөн хас була.

XIII быуаттың беренсе яртыһында. таш нигеҙ өҫтөнә таш юл һалалар. Юл сиркәү нигеҙен ҡаплап тора, йәғни юл һала башлағандан алда уҡ сиркәү ташландыҡ бхәлдә булған. Ҡаҙыныу эштәре ваҡытында табылған таш юл ул саҡта ҡала планының үҙгәреүе тураһында һөйләй.

Минскиҙың беренсе ғибәҙәтханаһының 2009 йылдың йәйендә археологик ҡаҙыуҙар ваҡытында соҡоп сығарылған. Бөгөн ғибәҙәтхана фундаменты ДСО «Хеҙмәт резервтары» көнбайыш стенаһы янында 1,5 метр тәрәнлектә тора. Был урындан төньяҡ-көнбайыштараҡ XII быуат фундаментына оҡшатып һалынған хәҙерге заман таш нигеҙ тора.

Архитектор Г. А. Лаврецкий боронғо ғибәҙәтхананың график реконструкцияһын яһаған[1].

Ҡорам тасуирламаһы

[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
Минск сиркәүенең хәҙерге замандағы имитацияһы

Минскиҙың беренсе ғибәҙәтханаһының архитектураһы Боронғо Рустағы ҡорамдарҙың береһенә лә оҡшамаған. Сиркәүҙең ҙурлығы 12 метрға 16 метр булған, ул дүрт бағаналы, өс апсидлы ҡоролма булырға тейеш булған. Сиркәүҙең нигеҙе һәм диуарҙары ҙур ташташтарҙан һалынған, эзбиз иҙмәһе менән бушлыҡтары тоташтырылған. Эстән стеналар кирбес кеүек плитәләр менән көпләнгән итеп эшләргә планлаштырылған. Ҡорам фасады йәлпәк булырға тейеш, бер нисә биҙәүесе булып таштарҙың тышҡы күренеше торорға тейеш булған.

Бөтәһе метр тиклем бейеклегендә стеналар күтәрелгән. Уларҙың ҡалынлығы — 1,5 метрға тиклем еткән. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡорам тикшеренеүселәрҙең иғтибарын үҙенә йәлеп итә. Ул Минскиҙағы иң боронғо ғибәҙәтхана ҡоролмаһы була. Ғбәҙәтхана өс апсидлы була, был уның XI быуат традицияларына ярашлы ҡоролоуы хаҡында һөйләй.


Был ваҡытта халҡыбыҙҙың боронғо ҡорамдарҙы кирбестән төҙөү тәжрибәһе етерлек була: Полоцкиҙағы София ғибәҙәтханаһы башлыса кирбестән төҙөлгән. Ә Минскиҙа стеналарҙы бут ташынан төҙөп, өҫтөн эзбиз плитәләр менән ҡаплағандар. Ғибәҙәтхананың был үҙенсәлекле һыҙаттары боронғо рус архитектураһында XI—XIII быуаттарҙа ҡулланылмаған, был хәл сиркәүҙе ситтән саҡырылған роман мархитектура мәктәбе оҫталары төҙөгән тип уйларға мөмкинлек бирә (ул заман өсөн был ярайһы ғына күренеш булған, күрәһең).[1].

Собор святых апостолов Петра и Павла (Минск) — древнейшая действующая церковь в городе Минске.

  1. 1,0 1,1 Первый Минский храм. Минск старый-новый. Дата обращения: 19 февраль 2011. Архивировано 15 июль 2012 года. 2012 йыл 1 май архивланған.