Һарытау йәмиғ мәсете

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Перейти к навигации Перейти к поиску
Һарытау йәмиғ мәсете
Рәсем
Дәүләт Flag of Russia.svg Рәсәй
Административ-территориаль берәмек Һарытау
Commons-logo.svg Һарытау йәмиғ мәсете Викимилектә

Һарытау йәмиғ мәсетеҺарытауҙа мосолмандарҙың төп ғибәҙәтханаһы, 2000 йылдарҙа тергеҙелә. Ҡаланың Волга буйы районында урынлашҡан.

Тарихы[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Татар ауылдары хәҙерге Һарытау сиктәрендә XVII —XVIII быуаттарҙа барлыҡҡа килә. Исламдың таралыуы улар менән бәйле була. Беренсе таш мәсет бында 1836 йылда асыла (төҙөлөүе ике йыл алдан башлана). Һуңыраҡ шул уҡ урында Һарытау архитекторы М.Н. Грудистов проекты буйынса яңы мәсет төҙөлә. Ул 1930 йылдарға, совет власы төрлө дин вәкилдәрен эҙәрлекләүҙе башлағанға тиклем эшләп килә. Ғибәҙәтхана ябыла, һуңынан бина өлөшләтә емерелә һәм тәғәйенләнеше буйынса файҙаланылмай. Тик 1989 йылда ғына мәсет мосолмандарға ҡайтарыла, емерелгән бинаны һүтеп, уның урынына яңы бина төҙөргә ҡарар итәләр.

Хәҙерге торошо[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Яңы мәсет, иҫкеһе һымаҡ уҡ, традицияға ярашлы, Мәккә яғына ҡарай. Уның ике бейек көмбәҙе һәм манараһы бар. Тышҡы ҡиәфәтенең хас һыҙаты — ҡыҙыл һәм аҡ кирбестән аралашҡан һыҙат. Намаҙ уҡыу залы 500 м² тәшкил итә. Бында уҡ Һарытау өлкәһе мосолмандарының диниә назараты резиденцияһы урынлашҡан, китапхана эшләй, «Шәйех Сәид» мәҙрәсәһе бар.

Иҫкәрмәләр[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]

Һылтанмалар[үҙгәртергә | вики-тексты үҙгәртергә]