Һарытау опера һәм балет театры
Һарытау опера һәм балет театры | |
Нигеҙләү датаһы | 1875 |
---|---|
Дәүләт | Рәсәй |
Административ-территориаль берәмек | Һарытау |
Штаб-фатирҙың урынлашыуы | Һарытау, Рәсәй |
Рәсми асылыу датаһы | 1865[1] |
Мираҫ статусы | Төбәк әһәмиәтендәге Рәсәй мәҙәни мираҫ объекты[d] |
Адрес | 410012, г. Саратов, Театральная пл, д. 1 |
Тасуирлау биттәре | theatre-museum.ru/theate… |
Һарытау опера һәм балет театры Викимилектә |
Һарытау академия опера һәм балет театры — Рәсәй Федерацияһының Һарытау ҡалаһында 1875 йылда нигеҙләнгән опера һәм балет театры.
Тарихы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һарытау музыкаль-сәхнә сәнғәте тарихы бик бай.
1803
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1803 йылда һарытауҙағы Дворян урамында (хәҙерСакко һәм Ванцетти урамы) алпауыт Григорий Васильевич Гладковтың беренсе асыҡ театры асыла. Был театрҙа крепостной актерҙар уйнай.
Театр репертуары бик киң була. 1806 йылда театрҙа 28 комедия, 27 опера, 3 драма һәм 3 трагедия ҡуйыла. Әммә 1807 йылда Гладков ткатр труппаһын Пенза ҡалаһына күсерә, унда ҙур булмаған театр бинаһы төҙөлә.
Әммә Гладков театрына алмашҡа Һарытауҙа 1810 йылда яңы театр барлыҡҡа килә, уны губернатор Д. Панчулидзев ойоштора. Театр өсөн махсус бина ҡаланың үҙәк майҙанында төҙөлә. Майҙанға яңы исем бирелә — тетар майҙаны (элек Икмәк майҙаны була). был тетар күп йылдар дауамында губернала берҙән-бер театр сәнғәтен таратыусы үҙәк булып тора.
1860
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1860 йылда Һарытауҙа йәйге театр төҙөлә, унда башлыса ситтән килгән труппалар һәм билдәле башҡарыусылар сығыш яһайҙар.
1875
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1875 йылда күренекле Рәсәй театраль эшмәкәре, актер һәм антрепренер Петр Медведев етәкселегендә беренсе урыҫ опера труппаһы сығыштары ойошторола. Репертуар нигеҙен урыҫ композиторҙарының әҫәрҙәре тәшкил итә: М. И. Глинканың «Батша өсөн ғүмер» ("Жизнь за царя ") һәм «Руслан һәм Людмила''», А С. Даргомыжскийҙың «Русалка», А. Н. Серовтың , «Рогнеда», А. Н. Вертовскийҙың «Асколь ҡәбере» («Аскольдоввская могила») опералары. 1887 йылда труппаны бик сағыу дирижер Иван Палицин етәкләй. Дирижерлыҡ пульты артында төрлө осорҙа иҫ киткес Рәсәй дирижерҙары тора: А. Пазовский, В. Сук.
1928
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Беренсе профессиональ труппа 1928 йылда балетмеймстер С. Н. Кеворков етәкселегендә ойошторола. Уның репертуарында . П. Чайковскийҙың «Аҡҡош күле», «Йоҡлаған һылыуҡай», «Щелкунчик», А. Крейндың «Лауренсия», С. Прокофьевтың «Таш сәскә» һәм «Золушка» балеттары һәм башҡа спектаклдәр.
Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында опера труппаһы составы Рәсәйҙең Ҙур театры солистары менән тулылана. Оркестрҙа баш ҡала музыканттары уйнай башлай. Театр тарихында бер бөтөн дәүер Ольга Павловна Калинина (сопрано) һәм театрҙың баш дирижеры Ниссон Шкаровский исемдәре менән бәйле.
1956
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1956 йылдатеатрҙың тәүге гастролдәре Мәскәүҙә үтә һәм үҙәк прессала бик ҙур баһалар ала. 1959 йылда «Риголетто» спектакле сезондың йөҙөк ҡашы була, төп партияларҙы Һарытау консерваторияһынтамамлаған Галина Ковалева һәм Юрий Попов башҡаралар, улар һуңғараҡ «СССР-ҙың халыҡ артисы» исеменә лайыҡ булалар.
1975
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1975 йылдан алып әлеге көнгә тиклем театрҙың баш дирижеры булып дәүләт премияһы лауреаты, Рәсәйҙең халыҡ артисы Юрий Леонидович Кочнев эшләй.
1977
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]1977 йылда театр ҡабаттан Мәскәүгә гастролдәргә саҡырыла. Ҙур театр сәхнәһендә ун биш спектакль ҡуйыла. Музыка өлкәһендәге юғары ҡаҙаныштары өсөн Һарытау театрына «академия» исеме бирелә.
Ошо йылдарҙа драматик сопрано эйәһе СССР-ҙың халыҡ артисы Ольга Бардинаның, Рәсәйҙең күренекле баритондарының береһе, СССР-ҙың халыҡ артисы Леонид Сметанниковтың, Рәсәйҙең халыҡ артистары — меццо — сопрано Александра Рудес һәм Нелли Довгалеваның таланттары асыла.
1986 йылдан алып һайын театр Собинов фестивален уҙғара, хәҙерге көндә ул «Халыҡ-ара» статусына эйә.
Әлеге ваҡытта Һарытау опера һәм балет академия театры бай, үҙенсәлекле репертуарға эйә. «Алтын фондын» классика тәшкил итә, ул даими рәүештә яңыртылып тора, шул уҡ ваҡытта заманса художестволы формаһын юғалтмай — «Хованщина» (М. Мусоргский), «Кенәз Игорь» (А Бородин), «Евгений Онегин», «Пиковая дама» (П. Чайковский), «Русалка» (А Даргомыжский), «Тангейзер» (Р. Вагнер), «Вильгельм Телль», Дж. Россини, «бал — маскарад», «Риголетто», «Травиата», «Трубадур» (Дж. Верди). В. Моцарттың «Тылсымлы флейта», «Фигаро туйы», Дж. Пуччиниҙың «Юҡһыныу» («Тоска»), Дж. Россиниҙың «Севилья цирюльнигы» опера шедеврҙары сәхнәнән төшмәй, шулай уҡ балет сәхнәһене классикаһы — «Аҡҡош күле», «Щелкунчик», «Йоҡлаған һылыуҡай» (П. Чайковский), «Жизель» (А. Адан), «Дон Кихот»(Л. Минкус) һәм бик күп башҡа спектаклдәр.
Театрҙың ҡаҙаныштары
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]— 2008 йылдың 21 июлендә Һарытау академия опера һәм балет театры Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Федор Волков исемендәге премияһына лайыҡ була.
— 1998 йылда театр Бөтә Рәсәй «Окно в Россию» конкурсы лауреаты, ә 2000 йылда әлеге конкурстың еңеүсеһе була.
— 2005 йылдан алып театр «Һарытау ҡалаһы вуздарының студент йәштәре өсөн театр» исемле проектты тормошҡа ашыра.
— 2004 йылда театрҙа «Опера һәм балетты яратыус йәштәр клубы» ойошторола.
— 1986 йылдан башлап йыл һайын театр базаһында Собинов фестивале уҙғарыла.
— Сергей Прокофьевтың «Ҡорос һикереү»(«Стальной скок») балетының тәүге постановкаһы өсөн Юрий Кочнев 2016 йылғы «Алтын битлек» премияһы лауреаты исемен ала[2] 2015 йылдың 20 майында спектаклдең премьераһы үтә[3].
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]- ↑ http://www.theatre-architecture.eu/db/?theatreId=2719 (ингл.) — Arts and Theatre Institute.
- ↑ Юрий Кочнев — лауреат Российской национальной театральной премии «Золотая Маска» . Саратовский академический театр оперы и балета (18 апрель 2016). Дата обращения: 13 март 2017.
- ↑ «Стальной скок» снова в России . Саратовский академический театр оперы и балета (6 май 2015). Дата обращения: 13 март 2017.