Һары Арҡа
Һары Арҡа | |
Дәүләт | Ҡаҙағстан |
---|---|
Диңгеҙ кимәленән бейеклек | 1565 метр[1] |
Һары Арҡа Викимилектә |
Һары Арҡа (Ҡаҙағстан бәләкәй сусаҡлығы; рус. Казахский мелкосопочник, Сары-Арка, Центрально-Казахстанский мелкосопочник; ҡаҙ. Сары Арқа — «һары һырт») — бәләкәй генә, текә ярлы тәпәш таулы массивтары булған дала (бәләкәй сусаҡтар йәғни "бәләкәй сусаҡлыҡ"атамаһы ошоға бәйле).
Географияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары Арҡа көнбайышта Турғай уйһыулығы, төньяҡ-көнсығышта Иртыш үҙәне, төньяҡта Көнбайыш Себер тигеҙлеге, көньяҡ-көнбайышта Туран уйһыулығы менән сикләнгән. Көнбайыштан көнсығышҡа табан оҙонлоғо 1200 км, ә киңлеге көнбайышта — 900 км һәм көнсығышта — 400 км. Үҙәгендә Ҡарҡаралы тауҙары (1403 м), Буғылы (1187 м) урынлашҡан. Һары Арҡаның иң бейек нөктәһе Аҡсоран тауы (бейеклеге 1565 м) менән Болаттау (оҙонлоғо 30 км, киңлеге 10 км) Ҡыҙылтас массивында урынлашҡан. Көньяҡ-көнбайышта Олотау тауҙары (1133 м). Төньяҡта Күксәтау ҡалҡыулығы (947 м) айырым урынлашҡан. Көнсығышта Сыңғыҙтау (1077 м), Аҡшатау (1305 м) һырттары. Ярайһы уҡ бейек, әммә ҙур булмаған (15-30 км) массивтар — Баянауыл (1026 м), Дегелен (1084 м), Кустанай-Жалғызтау (729 м), Бурабай (947 м), Нияз (833 м) һәм башҡалар айырым-айырым урынлашҡан. Балхаштан 70 км алыҫлыҡта, Һары Арҡаның көньяҡ өлөшөндә Биктау-Ата массивы (1213 м) урынлашҡан.
Өлөштәре
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]
|
|
|
Экологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары Арҡала урынлашҡан ике махсус һаҡланыусы тәбиғәт биләмәләре — Коргалжын һәм Наурзум ҡурсаулыҡтары ЮНЕСКО-ның Бөтә донъя мираҫы объекты булып тора.
Гидрологияһы
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары Арҡаның үҙәгендә Ҡарағанды артезиан бассейны урынлашҡан, шулай уҡ уны суднолар йөрөмәгән байтаҡ йылғалар киҫеп үтә.
Ҙур йылғалар — Ишем (Иртыш бассейны), Нура, Һарыһыу, Силеты, Шидерты, Тоҡырау. Башлыса яҙғы иреү иҫәбенә ҡар һыуҙары, бер ни тиклем ер аҫты һыуҙары менән туҡлана. Ташҡында улар ярҙарынан сыға һәм һыубаҫар туғайҙарға һыу баҫа. Йәйге айҙарҙа йылғалар һайығып, юлаҡтарға әүерелеп, йыш ҡына кибә. Ишем йылғаһында ғына даими һыу ағымы күҙәтелә.
Был төбәкте сөсө һыу менән тәьмин итеү өсөн Иртыш—Ҡарағанды каналы төҙөлгән. Һары Арҡала тоҙло күлдәр күп. Сөсө һыулы күлдәр башлыса Күксәтау ҡалҡыулығы тирәһендә урынлашҡан — Боровой, Щучье, Оло Сабаҡ, Имантау һәм башҡалар.
Климаты
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары Арҡа океандарҙан һәм диңгеҙҙәрҙән алыҫта урынлашҡанлыҡтан, бында ҡаршылыҡһыҙ Себер антициклоны һәм арктик һауа массалары әйләнеп йөрөй. Шуға күрә бында климат ҡоро һәм киҫкен континенталь.
Ҡыш һалҡын, ғинуарҙың уртаса температураһы −14°С −18°С, минималь температура −46°-48°С. Йәй ҡоро, эҫе, июлдең уртаса температураһы +20°С +24°С, максималь температура +42°С. Яуым-төшөмдөң уртаса йыллыҡ миҡдары көньяҡ өлөшөндә 200-300 мм, төньяҡта 300-400 мм. Таулы райондарҙа яуым-төшөм 370 миллиметрҙан ашыу, Күксәтау ҡалҡыулығының төньяҡ һәм көнбайыш битләүҙәрендә 480 миллиметрға тиклем яуа.
Рельефы һәм геологик төҙөлөшө
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары Арҡа — бик боронғо, ныҡ емерелгән тау өлкәһе, тигеҙләнгән ҡалҡыулыҡтарҙан һәм бәләкәй сусаҡлы тәпәш тауҙарҙан тора. Улар араһында геологик төҙөлөшө һәм рельефы менән айырылып торған тигеҙләнгән участкалар, ҙур һәм бәләкәй уйпатлыҡтар, соҡорҙар бар. Һары Арҡаның көнсығыш өлөшө көнбайыш өлөшө менән сағыштырғанда ҡалҡыу. Һары Арҡа палеозойҙың ултырма һәм магматик тоҡомдарынан (гранит, порфирит, кварцит, ҡомташ һәм һәүерташ) барлыҡҡа килгән. Һары Арҡа рельефының формалашыуында тоҡомдар ятыу йүнәлештәре һәм ел эрозияһы процестары төп роль уйнай. Ел, ямғыр, ағып ятҡан һыуҙар ҡасандыр бейек тауҙарҙы емереп, уларҙы тигеҙлеккә әйләндергән тиерлек. Һары Арҡаның үҙәк өлөшөндә төньяҡ битләүҙәрҙә ҡарағай урмандары үҫә, көньяҡ битләүҙәре яланғас һәм ҡаялы. Тау итәктәрендә тау тоҡомдары һыныҡтары (һөҙәк таштар) тупланмаһы осрай. Һары Арҡаның көнбайыш өлөшөндә тигеҙләнгән һәм уйпат участкалар өҫтөнлөк итә, ә ҡалдыҡ тауҙар һәм сусаҡтар һирәгерәк осрай. Иртә палеозойҙың боронғо ултырма һәм магматик тоҡомдары бында бейек ҡаялы һырттарҙа ғына күренә. Тигеҙлектәрҙә һәм уйпатлыҡтарҙа улар палеогендың күл һәм диңгеҙ ултырмалары аҫтында күмелгән. Һары Арҡаның был өлөшө рельефының формалашыуына оҙайлы ел эрозияһы процесы менән бергә аҡбур һәм палеоген осорҙоң ултырма тоҡомдары ла йоғонто яһаған. Эре һөҙәк соҡоро — Тенгиз-Кургальджин уйпатлығы (304 м) — Һары Арҡаның көнбайыш өлөшөн ике өлөшкә бүлә.
Галерея
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]-
Күксәтау ҡалҡыулығы
-
Ҡарҡаралы тауҙары
-
Бектау-Ата
-
Баянаул, Ҡыйыуҙар түбәһе
Иҫкәрмәләр
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һылтанмалар
[үҙгәртергә | сығанаҡты үҙгәртеү]Һары Арҡа Викимилектә |
- Горы Сары-Арка
- Казахский мелкосопочник . Архивировано из оригинала 5 июнь 2012 года.